Яңылыҡтар
8 Июль 2021, 07:59

Супер-приздар уйнатылды

-

Икенсе ярты йыллыҡҡа ике гәзиткә яҙылыусылар араһында отош уйыны үткәрелеп, еңеүселәр билдәләнде. Был юлы Аҡъяр ауылынан Фәнидә Ҡунаҡова һәм Татыр-Үҙәктән Гөлдәр Солтановаға бәхет йылмайҙы. Фәнидә Юныс ҡыҙы аш-һыу йыйылмаһы, Гөлдәр Аллабирҙе ҡыҙы манты бешергес отто.
Бүләк отоусы гәзитебеҙҙең тоғро дуҫтары, суперприз эйәләре тәьҫораттары менән ихлас уртаҡлашты.
  • Район гәзитенә йыл да яҙылам. Бала саҡтан уҡып үҫтек. Элек атай-әсәйемдәр даими алдыра ине. Яратып уҡыйым, көтөп алам. Тормош иптәшем менән бергәләп уҡыйбыҙ. Отош уйынында тап миңә бүләк сығыуына шатмын. Редакция коллективына ижади уңыштар теләйем. Беҙҙе, гәзит уҡыусыларҙы, йөкмәткеле мәҡәләләрегеҙ, бүләктәрегеҙ менән ҡыуандырып тороғоҙ. Районканы алдырыусылар күп булһын, - тине Фәниҙә Юныс ҡыҙы.
  • Башта рус телендә сыҡҡан район гәзитен генә алдырһаҡ, һуңғы йылдарҙа башҡортсаһына ла яҙыла башланыҡ. 1971 йылда Хәйбуллаға килен булып төшкәндән алып, “районка”нан айырылғаным юҡ. Бер мәҡәләне лә ситтә ҡалдырмай, уҡып барабыҙ. Айырыуса файҙалы кәңәштәр, фәһемле фекерҙәр, һынамыштар, баҡсасылыҡ рубрикалары оҡшай. Рус телендәгеһен дә, башҡортсаһын да ентекләп уҡыйбыҙ. Икеһе лә оҡшай. Ике гәзиткә яҙылыусылар араһында бәхет миңә йылмайыуына ҡыуанам. Ул минең ошо көндәрҙә үткән тыуған көнөмә бүләк. Башҡаларға ла ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыуҙарын һәм отош уйындарында ҡатнашып, бүләктәр отоуын, район гәзиттәренең тиражы артыуын теләйем. Редакция хеҙмәткәрҙәренең ижади шишмәләре һайыҡмаһын, “районка” йәшәһен, - тине Гөлдәр Аллабирҙе ҡыҙы.
  • Автор:Разиля Байгускарова
    Читайте нас