Сабый әсәһе имеҙгәндән һуң аңын юғалтҡан булған. Осраҡ Нордвинд авиакомпанияһының «Өфө-Сочи» рейсында теркәлгән. Балаға ашығыс ярҙам талап ителгән.Бортта табип булмағас, бортпровдник Наталья Ананских балаға үҙаллы йөрәк-үпкә реанимацияһы үткәрергә батырсылыҡ итә. Һөҙөмтәлә сабый тиҙ ярҙам бригадаһы килгәнсе күҙҙәрен аса. Бәпес осош тамамланғансы ата-әсәһе күҙәтеүендә ҡалған.