VI Бөтә Донъя фольклориадаһы сиктәрендә, сит ил ҡунаҡтары республика район һәм ҡалалары буйлап үҙҙәренең дәртле йыр-моңдарын, бейеүҙәрен бүләк итә, халҡының мәҙәниәте менән таныштыра. Бөгөн Сибай ҡалаһында Албания, АҠШ, Коста-Рика, Ҡырғыҙстан, Черногория, Венгрия, Швейцария коллективтарының сығыш яһауы көтөлә.
Мөһим сараға сибайҙар тулыһынса әҙер: тамаша үтәсәк Үҙәк майҙан байрамса биҙәлгән, ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу, уларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, уңайлы шарттар булдырыу, тамашасыларға концерт ҡарау, ҡунаҡтар һәм ҡала халҡы өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәреү өсөн бар майҙансыҡтар булдырылған. "Милли костюм"кейеҙ баҫыу, йөн иләү, туҡыусылыҡ һәм ағастан семәрләп эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтәсәк, төрлө күргәҙмәләр эшләйәсәк.
Үҙәк майҙан янында йәштәр өсөн интерактив зоналар булдырылған: теләүселәр халыҡ бейеүҙәре, ҡурайҙа, думбырала, ҡумыҙҙа уйнау серҙәренә өйрәнеү, башҡорт милли биҙәүестәрен эшләү буйынса оҫталарҙан дәрестәр алыу мөмкинлегенә эйә. Шулай уҡ милли, грек-рим көрәше һәм башҡа спорт ярыштары буйынса күрһәтмә сығыштар була.
Сибайҙағы мөһим сара ҡаланың Үҙәк майҙанында көндөҙгө 14.00 сәғәттә Сибай концерт-берекмә ойошмаһының, "Ынйыҡай", "Миләш", "Яугел" халыҡ ансамблдәренең сығыштары менән башлана, һуңынан фестиваль ҡунаҡтарының сағыу концерттары көтөлә.
Матур һәм сағыу саранан ситтә ҡалмағыҙ!