Эйе, Әкрәм менән Рәйсә Вәзәм ауылында тыуып үҫкәндәр. Бер-береһен бәләкәйҙән беләләр. Ә өйләнешеү тарихтары ҡыҙыҡлы. Беҙгә был турала Рәйсә Рәис ҡыҙы бәйән итте.
--Тураһын ғына әйткәндә, Әкрәм мәктәптә уҡып йөрөгән саҡта уҡ күңелемә яҡын ине. Мәктәпте тамамлағас, дуҫлашып йөрөнөк. Әкрәм әрме сафында хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, ғаилә ҡорҙоҡ. Шуныһы ҡыҙыҡ, иремдең ғаиләһендә дүрт малай һәм ике ҡыҙ буй еткереп, улдарын бейемем башлы-күҙле иткән. Улдарының берәй ҡыҙ менән йөрөгәнен белеп ҡалһа, шунда уҡ өйләндереү яғын ҡараған. Шулай итеп, егеттәр барыһы ла 21 йәштә ғаилә ҡорған. Бәлки, бейемем ейәнен дә шулай итер ине, һаулығы ғына булманы. Ошо көндәрҙә ғаиләбеҙҙең юбилейы–көмөш туйыбыҙҙы билдәләйбеҙ. Әйткәндәй, Әкрәм кинйә ул булараҡ, 21 йәшендә тыуған нигеҙенә килен итеп төшөрҙө, бейем һәм ҡайным менән бергә-бергә татыу йәшәнек. Бейемем аҡыллы, эшкә сөс, шәп ҡатын булды, мине күп нимәгә өйрәтте. Уның менән 13 йыл йәшәп ҡалдыҡ, ә ҡайнымды 22 йыл бергә йәшәп, 2 йыл элек хөрмәтләп һуңғы юлға оҙаттыҡ. Улар ауылдың абруйлы кешеләре булды,--тине Рәйсә.
Ауылда ла тормош ҡайнап тора
Күскилдиндар янында тормош ҡайнап тора. Үҙ ихатаңа бикләнеп, үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнау сифаты юҡ уларҙа. Рәйсә Рәис ҡыҙы Әбеш ауылында яңы модулле ФАП-та фельдшер. Әкрәм Әмир улы иһә 13 йыл самаһы Хәйбулла тау компанияһында эшләй.
Уңған ғаилә ҡура тултырып мал-тыуар, йылҡы, ҡош-ҡорт аҫрай. Баҡсалары мул уңыш бирә. Рәйсәнән ире вахтала булғанда һаулыҡ һағында торорға ла, шәхси хужалыҡты ла нисек өлгөрөүен һорамай булдыра алманым. “Ваҡытта дөрөҫ бүлһәң, барыһына ла өлгөрөргә була. Иртәнге сәғәт 5-тән эш башлана. Атаһы вахта менән эшләгәндә Данир улым менән донъя көтәбеҙ. Бәләкәй булһа ла, ныҡ сос. Ҡыҙым Динә йәйге каникулда ярҙамлаша. Ауыл аша йөрөп эшләһәм дә, һөнәремде яратып башҡарам”,--тине ул. Әкрәм иһә ваҡытында фермерлыҡ эшен дә алып бара. Әлеге ваҡытта эштән ҡайтҡан арала хужалығындағы техникаларҙы ремонтлап-ҡарап, ҡыш бауырына етерлек мал аҙығы әҙерләй.
Бынан тыш, Рәйсә Күскилдина Әбеш ауыл Советының 5 ауылына ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе. Йәмәғәт эшен үҙе лә алып бара, башҡаларҙы ла йәлеп итә. Бергәләшеп Һаҡмар йылғаһы буйҙарын, туғайҙарҙы таҙартырға сыҡҡандар, мәҙәни саралар ойошторалар. Бындағы сәмсел, рухлы халыҡ, ауыл Советы һәр башланғысты хупларға әҙер генә тора ти мәҡәләм геройы. Ә кистәрен уңған ҡатын ҡул эше менән булыша. Милли кейемдәр, биҙәүестәр эшләргә ярата. Әлеге ваҡытта башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының баш кейемен эшләп ҡарарға ниәтләгән.
Күскилдиндар өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Оло улдары Юныс, Гай ҡалаһы медицина колледжын тамамлап, Өфө ҡалаһында дауаханала фельдшер булып эшләй. Ул да ҡартәсәһе “традицияһын” дауам итеп, 21 йәшендә Байғусҡар һылыуы Гөлнар менән ғаилә ҡорған. Юныс бейергә маһир, уҡыған саҡтан спорт ярата. Көрәштәрҙә көс һынашып, призер исемен яулаған. Уртансы ҡыҙҙары Динә лә медицина юлын һайлаған, әле ул Өфө ҡалаһы медицина колледжының 2-се курсын тамамлай. Ул да спортҡа битараф түгел. ГТО нормаларын үтәп, көмөш билдә ала. Динә еңел атлетика, саңғыла уҙышыу буйынса призлы урындар яулай. Ижади яҡтан да һәләтле. Күскилдандарҙың кинйә улдары Данирға 6 йәш, әлегә мәктәпкә уҡырға бармаған. Шулай ҙа йорт тирәһендә ата-әсәһенең ярҙамсыһы. Ҡулынан килгәнде йүгереп йөрөп эшләп ҡуя.
Был ғаиләлә хеҙмәт беренсе урында тора. Бәләкәйҙән өс бала ла йәшенә ҡарап, ҡулынан килерлек эште башҡарып, эш мәнен белеп үҫкән.
--Баланы бәләкәйҙән эшләп өйрәтергә кәрәк. Улым менән ҡыҙым бесәнгә лә йөрөнө, мал да ҡарайҙар. Улар әллә күпме йорт мәшәҡәтен үҙ өҫтөнә алдылар. Шуның һөҙөмтәһе булып, ололары Юныс менән Динәнең ҡулынан килмәгән эше юҡ. Данир ҙа кинйә булыуына ҡарамаҫтан, ярҙамлашырға әҙер генә тора. Телефон, компьютер текләп ултырыуҙан файҙа юҡ, бында да ваҡытта бүлеп кенә биреү отошло. Бында ҡартатай менән ҡартәсәй тәрбиәһе лә бар. Улар балаларға эшләгәнегеҙ беҙҙең өсөн булһа, өйрәнгәнегеҙ үҙегеҙ өсөн ти торғайны,--тине Рәйсә Күскилдина.
Әкрәм һәм Рәйсә Күскилдиндар фекеренә, бәхет өсөн ғаиләнең тулы булыуы мөһим. Баланы үҫтергәндә атай-әсәнең тәрбиәһе кәрәк. Тағы ла тормошта әүҙем йәшәү әһәмиәтле. “Бергәләп ял итергә, төрлө сараларҙа ҡатнашырға, ҡайнап йәшәргә кәрәк. Беҙгә ҡарап, балалар ҙа аралашыусан, һәр ҡайҙа әүҙем. Донъя матурлығын күрмәй, бикле ҡапҡалар артында йәшәү, телефон-компьютерға ваҡытты сарыф итеү беҙҙең ғаилә өсөн түгел”,--ти улар.
Күскилдиндарҙан хыялдары, планлаштырған уйҙары тураһында ла һораным. Тик был сер асылманы. Сөнки улар фекеренсә, бәхет тыныслыҡты ярата.