Быйыл халыҡ көсө менән ремонт эштәре башҡарылып, күпкә йәмләнеп ҡалған мәсеткә барып, аят уҡытып, фатиха ла алды Иҫәнгилде ҡыҙҙары.
--“Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға” байрамы алдынан ауылыбыҙҙа һәм унан ситтә йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар мәсетте ремонтларға һөйләшеп, һәммәһе лә ҡулынан килгән тиклем аҡса күсерҙе. Был аҡсаларға мәсеттә ремонт эштәре атҡарылды, территория төҙөкләндерелде. Бынан тыш, янғындан зыян күргән иҫке зыярат кәртәләнде. Унда ир-егеттәр ҙә әүҙем ҡатнашты. Барыһына ла рәхмәт белдерәм,--тине Иҫәнгилде ауылы мәсете муллаһы Ринат хәҙрәт.
Мәҡәләнең тулы вариантын гәзиттең 55-се һанында уҡығыҙ.
Әлфирә Айытбаева, Иҫәнгилде ауылы клубының мәҙәни ойоштороусыһы:
Иҫәнгилде ауылы үҙенең халҡы, шулай уҡ абруй ҡаҙанып, районда эшләгән ҡыҙҙары менән ғорурлана ала. Мәҫәлән, Рәзилә Галина-Байғусҡарова, Фәнилә Бәширова, Гөлфиә Хәләфетдинова, Ләйсән Әлмөхәмәтова-Таштимерова һәм башҡалар. Шулай уҡ ауылда ла Башҡортостандың атҡаҙанған педагогия хеҙмәткәре исемен йөрөтәүселәр, йәмәғәт эшендә ҡатнашыусылар, хөрмәтле ағинәйҙәр күп. Уларҙың береһе район һәм республика сиктәрендә үткән бәйгеләрҙә үҙе сығарған мөнәжәттәре менән урындар яулаусы ағинәйҙәр клубының иң әүҙем ағзаһы Сафия Хәләфетдинова.
Байрамға килгәндә, алыҫ Себер яҡтарынан, Өфө, Учалы һәм Башҡортостаныбыҙҙың төрлө райондарында уңышлы ғына эшләп, йәшәүсе ҡыҙҙарҙың баласаҡ әхирәттәре менән осрашыуы бик оҙаҡҡа күңелдәрҙә һаҡланыр.
Ҡунаҡ саҡырғанда өйҙө матурлау ғәҙәте бар. Иҫәнгилделә лә һәр кем үҙ йорт-хужалығын тәртипкә килтерҙе, экологик өмәләр ойошторолдо. “Мин яратам Иҫәнгилде” тигән артстена булдырылды, ауылға ингән арка яңыртылды, һыу колонкаһы будкаһы алмаштырылды.
--Тыуған ауылым Иҫәнгилделә " Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға " тигән матур сара үтте.Һәр кем йорт-ҡураһын буяған, төҙөкләндергән. Ауылымдың уңған апайҙары, килендәре, еңгәйҙәре матур өҫтәл табындары әҙерләп, килгән ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршы алдылар. Ҡыуандыҡ йылғаһы буйында байрам дауам итте. Гөлфиә Хәләфетдинова, Сәлимә Юлдыбаева, Зәниә Шәйәхмәтова, Бибинур Салеева башҡарыуында йырҙар күңелгә хуш килде. Шулай уҡ бер туған Баҙыян, Гөлшат, Гөлназ башҡарыуында гармун, йыр, бейеү бигерәк тә шәп булды! Төрлө уйындар үткәрелде, бүләктәр бирелде. Ҡунаҡтар ҡыуанышып, йырлап-бейеп күңелле ял итте.
--Бала саҡтағы әхирәттәрем менән осрашыуға бик шатмын. Күптәре менән бер нисә тиҫтә йыл күрешмәгәйнем. Сара бик матур үтте. Ойоштороусыларҙың барыһына ла рәхмәт. Тәьҫораттар иҫ киткес шәп! Бындай байрам бик кәрәк тип уйлайым, ул үҙе бер мәл генә. Бала саҡ эҙҙәренән үтеп, ауылдаштар менән аралашып, туғандарҙы күреп, тыуған тәбиғәтебеҙҙән көс һәм рух алып ҡайттым.