Яңылыҡтар
8 Июль 2021, 11:08

Экстренлы мөрәжәғәт!

Хөрмәтле республика халҡы!Оператив мәғлүмәттәргә ярашлы, һыу төшөү осоро башланғандан алып, республика һыу сығанаҡтарында 61 кеше һәләк булған. Тағы 10 баланың батып үлеүе –ҙур фажиғә.

16 июнендә Баймаҡ районының Граф күлендә һыу төшөү өсөн йыһазландырылмаған урында 8 йәшлек ҡыҙ бала үгәй атаһы менән батып үлде. Ир кеше эскән булған. Һуңғы бәхетһеҙ осраҡ Шаран районында теркәлгән. 4 июлдә ике ҡыҙыҡай велосипедта йөрөргә сыға. Кискеһен, балалар оҙаҡлап ҡайтмағас, ололар эҙләргә сыға. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы һуң була: ҡыҙҙарҙың мәйете Иҫке Кискинәш ауылы янындағы быуала табыла.
Һыу менән бәйле фажиғәләрҙең төп сәбәбе—махсус билдәләнмәгән урындарҙа һыу төшөү, алкоголле эсемлектәр ҡабул итеү һәм ололарҙың балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырыуы.
Һыу сығанаҡтарында кәмәлә йөрөргә теләүселәр ҙә бәхетһеҙ осраҡҡа юлыға. 4 июлдә Краснокамск районының Яңы Кабан ауылы янындағы Ағиҙел йылғаһында 4 кеше ултырған кәмә түңкәрелә. Ҡатын кеше ҡыҙы менән ярға сыға, ә 2 ир батып үлде. Икенсе фажиғә Мәләүез районында теркәлде. Нөгөш һыуһаҡлағысында катер 36 йәшлек иргә төкөй. Ул алған тән йәрәхәттәренән вафат була.
Ошондай аяныслы хәлдәргә юл ҡуймаҫ өсөн эскән килеш, шулай уҡ көслө ағымлы һәм өйрөлтмәк булған урындарҙа һыу төшмәгеҙ, йылға йәки һыу сығанағының икенсе ярына йөҙөргә маташмағыҙ. Белмәгән урындарҙа сумырға ярамай, йылға төбөндә таш йәки осло әйберҙәр булыуы ихтимал. Иң мөһиме, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Бата башлаһалар, ярҙам итергә эргәләренлдә булығыҙ.
Махсус йыһазландырылған урындарҙа ғына һыу төшөргә була. Һыуҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре батып үлгән кешеләрҙең әсәләре һәм яҡындарының әсе күҙ йәшенә мансылған. Балаларығыҙҙы–етем ҡалдырып, ә ата-әсәләрегеҙҙе ғүмерлек ҡайғыға һалмағыҙ! Һыу объекттарында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгеҙ, әйләнә-тирәләгеләрҙән дә шуны талап итегеҙ. Шул саҡта ғына һыу менән бәйле фажиғәләрҙе туҡтата алабыҙ.
Фәрит Ғүмәров,
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Башҡортостан Республикаһының Дәүләт комитеты рәйесе.
Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас