Яңылыҡтар
8 Июль 2021, 03:59

Беҙҙең күпер Мексиканыҡынан оҙонораҡ

Был хаҡта Мексиканан килгән бейеү коллективы етәкселәренең береһе Луиз Меза нимә тип белдерҙе?

Фольклориадала ҡатнашыусылар Рәсәйҙе һәм Башҡортостанды үҙҙәре өсөн асыуын дауам итә.
Мәҫәлән, Мексиканан килгән бейеү коллективы етәкселәренең береһе Луиз Меза гөбәҙиәне, “бәләкәй генә картуфлы бөйөрөк”тө тәмләп ҡараған һәм үҙе өсөн Рәсәйҙә рустарҙан тыш бихисап башҡа милләт вәкилдәре йәшәгәнен асыҡлаған.
— Мәҙәниәт нигеҙендә ҡоролған дуҫлыҡ төрлө милләт вәкилдәрен берләштерә. Бер республикала әллә күпме халыҡтарҙың дуҫ һәм татыу йәшәүе, үҙ мәҙәниәте менән таныштырыуы һоҡландырҙы, — ти Луиз Меза.
Фольклориадала ҡатнашыусылар Октябрьскийҙа урынлашҡан “иң оҙон” күпер менән дә танышты. Уның “оҙонлоғо” – ике сәғәт. Эш шунда: ҡала Татарстан һәм Башҡортостан сигендә урынлашҡан, был күпер ике төбәкте айырып тора. Ә республикаларҙағы тормош төрлө сәғәт бүлкәте буйынса бара, шуға ла араһы ике сәғәт килеп сыға.
— Бындай күпер Мексикала ла бар. Ул да ике төбәкте сәғәт бүленеше буйынса тоташтыра, әммә араһы бер генә сәғәт. Һеҙҙең күпер “оҙонораҡ”, - ти Луиз Меза.
Фото: folkloriada2021.com
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/folkloriada/Be-e-k-per-Meksikani-inan-o-onora-852605/
Автор:"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас