Яңылыҡтар
8 Июль 2021, 17:12

Башҡортостандың мәҙәниәт министры Хорватия музыкантының хыялын тормошҡа ашырҙы

Ә яҡташыбыҙ, ҡурайсы Иҙел Исҡужин сит ил ҡунағын ҡурайҙа уйнау оҫталығы менән таныштырған

Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Хорватиянан йәш музыканттың хыялын бойомға ашырҙы. Бала саҡтан музыка ҡоралдары эшләү менән шөғөлләнгән Михаэл Вечкович Башҡортостан буйлап концерт туры барышында ҡурай менән ҡыҙыҡһына башланы. Бының дауамы ла бар. Хәҙер ул традицион башҡорт уйын ҡоралына эйә булды һәм хатта унда уйнау буйынса оҫталыҡ дәресен алды. Яҡташыбыҙ, Нефтекама дәүләт филармонияһы ҡурайсыһы Иҙел Исҡужин сит ил ҡунағын ҡурайҙа уйнау оҫталығы менән таныштырған.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас