Александр һикһәненсе тиҫтәһен ваҡлай. 2013 йылда әсәһе донъя ҡуйғандан һуң Иҫке Мәнәү ауылына килгән дә ошонда тороп ҡалан. Быға тиклем Инйәрҙә йәшәгән.
Ул ваҡытта ауылдағы бер нисә йортта кешеләр көн иткән, хәҙер бер кем дә ҡалмаған - кемдер күсенеп киткән, кемдер вафат булған.
Ир яңғыҙы ғына көн күрә, эттәре, бесәйе бар. Ҡыш көнө ауылға айыуҙар килә, ләкин бүреләр йышыраҡ йөрөй, ти. Бында бәйләнеш, электр юҡ.
Александр аҙнаһына бер тапҡыр йәйәүләп ауылға барып килә, почтаға һәм аҙыҡ-түлек алыу өсөн магазинға инеп сыға. Пенсияһына йәшәй. Сирҙәр, "кешеләргә" кире ҡайтыу хаҡында ла уйламай.
Сығанаҡ: МКСЕТ