Яңылыҡтар
8 Июль 2021, 04:06

Башҡорт ҡыҙҙарының серле йылмайыуы әсир иткән...

"Фольклориаданың бында үткән бер генә көнө лә оҙаҡ йылдарға етерлек тәьҫораттар бүләк итте".

“Ашҡаҙар” район гәзите хәбәрсеһе ГӨЛКӘЙ ҠЫУАТОВА VI Бөтә донъя фольклориадаһы хаҡында тәьҫораттары менән бүлешкән. Уның мәҡәләһен һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.
“Стәрлетамаҡ биш илдән килгән 146 ҡунаҡты ихлас ҡаршы алды. Фольклориадының бында үткән бер көнө лә оҙаҡ йылдарға етерлек тәьҫораттар бүләк итте, ҡитғалар менән тоташҡан дуҫлыҡ күпере ғүмерлеккә етер әле.
Индонезия мәҙәниәте һәм йолаларын сағылдарған “Двипантара” фольклор ансамбле Стәрлетамаҡ халҡына ғәжәйеп тамаша бүләк итте.
– Юлға сыҡҡанда тулҡынланыу ҙа бар ине. Башҡортостан тәбиғәте үҙенең хозурлығы менән күңелдәрҙе арбаны, донъя кимәлендә ойошторолған фестивалдә ҡатнашыуыбыҙға шатбыҙ. Башҡорт халҡының тарихы бай. Бында егәрле һәм ихлас күңелле халыҡ йәшәй. Башҡортостанда булыуыбыҙ менән ғорурланабыҙ.Бындағы халыҡтың ҡунаҡсыллығы Индонезияға ла хас. Шул яҡтан беҙ оҡшашбыҙ икән, – тине Индонезияның Бали утрауынан килгән Дуита Чандра.
“Двипантара” фольклор ансамбле Бали утрауы һаҡсылары тураһындағы бейеүен сәхнәләштерҙе. Ҡатмарлы грим, сағыу кейемдәр, синхрон бейеүҙәр... Барыһы ла йотлоғоп ҡараны.
Яҡташыбыҙ Ирина Баймөхәмәтова: “Был матурлыҡтан күҙҙәр ҡамаша, күңел һөйөнә. Төрлө милләт халыҡтарының сағыу милли кейемдәренә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Бөтә донъя фольклориадаһы ҡатнашыусыларның төрлө райондар буйлап йөрөүе ҡыуандыра. Был илдәрҙә йәшәгән төрлө халыҡты ҡасан күрер инем? Хатта берәй килеп Индонезия халҡының ҡыҙҙары менән һөйләшеп торормон тип күҙ алдына ла килтермәй инем”, – ти.
Әйткәндәй, Индонезия ҡыҙҙары беҙҙең ниндәй редакцияла эшләүебеҙ менән ҡыҙыҡһынды, ә инде уларға “Ашҡаҙар” гәзитен биргәс, ҡыуанышып, рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, Стәрлетамаҡ тормошон сағылдырған гәзитте оло бүләктәй ҡабул итеп алдылар.
– Был гәзит, Стәрлетамаҡ тураһында бер яҡты иҫтәлек булыр, – тине Дуита Чандра.
“Ҡунаҡсыл Стәрлетамаҡ күңелдәрҙе әсир итте!”
Словакия ҡунаҡтары иһә Башҡортостанды бер һүҙ менән генә билдәләп, “фантастика” тине.
– Бындағы тәбиғәт беҙгә бик яҡын, сөнки беҙҙә лә урмандар, яландар күп, - тине улар. Словактар төрлө фестиваль һәм байрамдар ойошторорға ярата икән. Әммә Башҡортостанға килеү – үҙе бер оло ваҡиға. Бөтә донъянан төрлө милләттәр йыйылған бит! “Беҙ үҙебеҙгә хатта дуҫтар ҙа табып өлгөрҙөк”, - тип тәьҫоратары менән бүлеште “Надсенчи” фольклор ансамбле.
– Башҡортостанда үткән Бөтә Донъя фольклориадаһын мәңге онотмаясаҡбыҙ, көндәр оҙағыраҡ үтһен ине, тип теләйбеҙ, сөнки ҡунаҡсыл Башҡортостанда оҙағыраҡ булғыбыҙ килә. Һәр ҡалаға барған һайын “бынан да яҡшыраҡ булыуы мөмкин түгел” тип уйлайбыҙ, әммә һәр ҡала үҙенсәлекле, ихлас, йылы ҡаршы ала, һоҡланғыс! - ти Словакия ҡунаҡтары.
Стәрлетамаҡ халҡы өсөн словактарҙың йола һәм мәҙәниәтен “Надсенчи” фольклор ансамбле сағылдырҙы. Уларҙың сығыштары барыһын да хайран ҡалдырҙы.
“Өшөттөрә бит әй!”
Испаниянан килгән “Coro e danza de Lorca” фольклор ансамбленең барлыҡҡа килеүенә - 75 йыл. Башҡорт теленә тәржемә иткәндә, “Лорка йырҙары һәм бейеүҙәре” тип атала. Лорка – Испанияның көньяҡ-көнсығышында, Мурсия өлкәһендә урынлашҡан бер ҡала.
Испандарҙың фольклор ансамбле бик күп илдәрҙә булған, үҙҙәре әйтмешләй, әлегә Антарктидаға ғына барып етмәгәндәр!
- Был сара – халыҡтарҙың мәҙәниәтен бер-береһенә танытыу өсөн шәп мөмкинлек, Башҡортостанда изге күңелле, алсаҡ кешеләр йәшәй икән, - тине испандар. Беҙҙәге һауа торошо Испания халҡы өсөн үҙенә күрә бер һынау икән. Сөнки, үҙҙәре әйтеүенсә, бындағы кеүек һауа торошо (ошо көндө әҙерәк еләҫ булып торҙо бит) уларҙа ҡыш көнө генә була.
– Испанияның “Фламенко” бейеүе йыр, гитарала ҡушылып уйнау менән бер-нисә өлөштән тора. Һәр бер өлөштә шиғырҙар теҙмәһе (“copla”, “tercio” йәки “letras” тип атала), улар араһында гитара интерлюдиялары бар (“falsetas”). Башҡортостандағы халыҡтың “Фламенко” бейеүен белеүҙәре хайран итте, - тине Испанияның фольклор ансамбле вәкилдәре.
“Башҡорттарҙың тормошо күңелгә яҡын”
Болгариянан килгән “Plamache” халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисткаһы Хелия Иванова әйтеүенсә, был ансамблдә бейеүенә 23 йыл. Әлеге ваҡытта был ансамблгә 35 кеше йөрөй. Болгария, боронғо йолалар һаҡсыһы, асылмаған тарихи серҙәр һандығы булараҡ, күп илдәргә танылыу алған. Бында һәр ҡала, һәр ауыл берәй тарих йәки легенда һаҡлай, тәрән мәҙәни мираҫҡа эйә. Болгарҙар фольклоры, йыр һәм бейеүҙәре Балканда иң йөкмәткелеләрҙән һанала. Уның бөтә матурлығын, күп яҡлы элементтарын VI Бөтә донъя фольклориадаһы сиктәрендә Стәрлетамаҡта “Plamache” халыҡ бейеүҙәре ансамбле күрһәтәсәк, тине ул сығыштары алдынан.
Сағыу сығыштары менән дан алған коллектив, ысынлап та, болгар бейеүҙәрен, йыр һәм йола фольклорын ҡала халҡына күрһәтеп таң ҡалдырҙы, бейеүҙәр иҫ китмәле ине.
- Бындағы халыҡ алсаҡ, һәр ерҙә тәртип, таҙалыҡ. Тәбиғәткә ҡарата үтә һаҡсыл булыуҙары хайран итте. Һәр ерҙә йәшеллек. Тыуған яғыбыҙға ҡайтҡас, Фольклориада тураһында һөйләп тә бөтөрөрлөк түгел. Фольклориада юғары кимәлдә ойошторолған. Бындағы халыҡ үҙенең ихласлығы менән барыһынан да айырылып тора, - ти Бенэлина исемле ҡыҙ.
Был көн ысын мәғәнәһендә Стәрлетамаҡ халҡы өсөн ҙур байрамға әүерелде. Байрам ҡунаҡтары өсөн Ҡала мәҙәниәт һарайында төрлө күргәҙмәләр ҙә ойошторолғайны. Улар араһында тап Болгариянан килгән ҡул оҫтаһы Галина Пирванова ла булды. Ул үҙенең сағыу биҙәктәр менән төрлөсә сигелгән ҡул эштәрен күрһәтеп үтте. Баҡтиһәң, Галинаның ғаиләһендәге барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙар сигеү эшенә оҫта икән. “Был шөғөл беҙҙең быуындан-быуынға күсеп килә тиһәм дә яңылышмаҫмын. Сигелгән кейемгә ҡарап, болгарҙар һинең ниндәй нәҫелгә ҡарауыңды шунда уҡ әйтеп бирә. Ә йәш кәләштең күлдәгенең еңе сәскә гөлләмәһен хәтерләтә. “Пеаметче” тип аталған халыҡ ансамблендә шөғөлләнәм. Йыр-бейеүҙән тыш, ошо коллектив ағзаларына ла, үҙем йәшәгән София ҡалаһы кешеләренә лә сигеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрәм”, - тине Галина.
Болгариянан килгән ҡунаҡтарыбыҙ етеҙлеге менән дә һоҡландырҙы. Сығыш яһаған кейемдәрен алыштырыу тиҙлеге буйынса ярыш ойошторһаң, мотлаҡ улар еңеүсе булыр ине: улар ун минут эсендә дүрт костюм алыштырҙы.
“Ҡурай беҙҙә лә бар”
– Беҙҙә, аҙнаһына бер тапҡыр бар халыҡ йыйылып, халыҡ бейеүҙәрен бейергә яратабыҙ. Милли кейемдәребеҙ, бындағы кеүек үк, һәр кешенең ниндәй милләттән икәнен, ҡайһы яҡта тыуғанын сағылдыра. Был аҙнала иһә әллә нисәмә милләттең сығыштарына һоҡланырға насип булды, - ти Мексика ҡыҙы Селена Мора. – Халыҡтың ихласлығына хайран ҡалып та, бер аҙ көнләшеберәк тә ҡарайбыҙ, бындағы милли кейемдәргә, Башҡортостан халҡының мәҙәниәтенә иҫебеҙ китеп ғашиҡ булдыҡ.
Мексиканан килгән халыҡ бейеүҙәре ансамбле иҫ китмәле нескә, етеҙ хәрәкәттәре менән тамашасыны ысынлап та хайран ҡалдырҙы.
– Бөтә донъя фольклориадаһы ғүмерлеккә һәр беребеҙҙең иҫендә уйылып ҡаласаҡ. Башҡорт ҡыҙҙарының тыйнаҡлығы, серле йылмайыуҙары һәр кемде әсир итә, - тип һоҡланды Мексика егеттәре аралашҡан арала.
Башҡортостан менән Мексика араһында бер оҡшаш яҡтары ла бар икән. Милләтебеҙҙең асылын сағылдырыусы ҡурай беҙҙә милли музыка ҡоралы кеүек киң билдәле булһа, Мексикала иһә, уға оҡшаш үләнде музыка сығарыуҙа ҡулланмайҙар, әлеге үлән төрлө йолаларҙы атҡарғанда ғына ҡулланыла. Шуға күрә, мексикандар был үләндән музыка ҡоралы эшләп булғанға хайран ҡалған”, - тип яҙған хеҙмәттәшебеҙ Гөлкәй ҠЫУАТОВА.
Фотолар “Ашҡаҙар” гәзите төркөмөнән.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/folkloriada/Bash-ort-i-arini-serle-yilmayiui-sir-itk-n-852616/
Автор:"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас