Эскән килеш рулгә ултырғандар үҙҙәренең генә түгел, ә башҡа граждандарҙың да ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Бигерәк тә ял һәм байрам көндәрендә ундай водителдәр һаны арта.
Бөгөн “Рәсәй” медиаүҙәгендә “Эскәндәр рулдә. Енәйәт һәм яза” темаһына матбуғат конференцияһы уҙҙы. Журналистарҙы борсоған һорауҙарға республика ЮХХДИ идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы, полиция полковнигы Владимир Севастьянов һәм Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Тәүтикшереүҙе ойоштороу идаралығы начальнигы, полиция полковнигы Сергей Сысолятин яуап бирҙе.
– Йәй көн һайын тура килмәй, әммә ял һәм байрам көндәрендә теркәлгән юл-транспорт ваҡиғалары ҡырҡа арта. Дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем был йәһәттән тынысыраҡ. Көн дә иртән эшкә барған һәм кис спиртлы эсемлектәр эсмәгән аңлы кешеләр бар. Ял көндәрендә пляж, һыу ятҡылыҡтары, туғайҙар халыҡты тартып тора, улар водителдәр алкоголле эсемлектәр эсә, ә һуңынан өйгә ҡайтырға сыға, – ти Владимир Александрович.
Журналистар: “Эскән водителдәрҙе асыҡлауҙа республика халҡы ярҙам итәме?” – тип ҡыҙыҡһынды.
“Ярҙам итергә теләмәгән, “яуаплы” ҡараған граждандар бар, улар боҙоу осрағы булһа ла, хәбәр итмәй. Кешеләрҙең был йәһәттән ярҙам итеүен теләр инек, сөнки ошондай мәғлүмәт буйынса ваҡытында сара күреп, беҙ юл хәрәкәте ҡатнашыусыларын юл-транспорт хәл-ваҡиғаларынан, зыян күреүселәрҙән, үлемдәрҙән аралап ҡаласаҡбыҙ”, – тип билдәләне Владимир Севастьянов.
Шулай уҡ ул эскән килеш автомобиль менән идара иткән йәки үҙен сәйер тотҡан кешене күргән осраҡта, “112” телефондарына хәбәр итеүҙе һораны.
Владимир Севастьянов Кушнаренколағы алты кеше ғүмерен өҙгән авария сәбәптәре буйынса әле һығымта сығарырға иртә булыуын, был эш буйынса тикшереү алып барылыуын белдерҙе.
Сергей Сысолятин белдереүенсә, йыл башынан республика юлдарында 179 кеше һәләк булған, уларҙың 17-һе - балалар. Эскән килеш автомобиль менән идара иткән водителдәр ҡатнашлығында 107 авария теркәлгән, уларҙа 13 кеше һәләк булған. Шулай уҡ икенсе тапҡыр эсеп тотолған водителдәргә тағы ла ҡаты яза биреү тураһындағы яңы закондың көсөнә инеүе тураһында һөйләне.