Яңылыҡтар
7 Июль 2021, 05:48

Юбиляр түрҙе биҙәр

-

Хәйбулла районында быйыл ҡырҡ дүрт кеше үҙенең 90 һәм 95 йәшлек юбилейҙарын билдәләй. Уларҙың барыһы ла һуғыш осоро балалары. Бүребай ауылынан Мәрхәбъямал инәй Күскилдина ла тиҫтерҙәре менән бергә ауыр һуғыш йылдарының бар михнәттәрен үҙ иңендә күтәрә, һигеҙ йәшлек кенә сағынан хеҙмәт юлын башлай. Унан урам аша ғына йәшәгән Мәхмүт Мөсәлим улы Әлбәков та хеҙмәт менән сыныҡҡан быуын вәкиле. Ҡырҡ йылдан ашыу ғүмерен водитель һөнәренә бағышлап, лайыҡлы хеҙмәт юлы үтә. Бәлки шуғалыр ҙа, туҡһан йәшен тултырһа ла, егеттәрсә етеҙ һәм дәртле олатай. Сиҙәм ауылында йәшәүсе Мария Рогозинаны ауылда барыһы ла хөрмәтләп, яратып “Тетя Маша”тип йөрөтә. 1954 йылда сиҙәм ерҙәрен үҙләштереү ваҡытында ошонда килеп төйәк таба ул. Ғүмер буйы тракторист булып эшләй. Мария Никонор ҡыҙы ауыр тормош юлы үтә. Ун йәшендә етем ҡала. Ғүмер биргән өс улын да юғалта ул. Дүрт йыл элек аяҡтан яҙа, күҙҙәре лә күрмәй. Әммә төшөнкөлөккә бирелмәй. Туҡһан йәшен тултырған инәй яттан бик күп шиғырҙар, йырҙар белә. Көндәр буйы хәтирәләргә сумып, үҙ алдына шуларҙы көйләй. Изге күңелле кеше булғанғалыр бөгөн ул яңғыҙ түгел, ауылдаштары, айырыуса игеҙәктәр Миңлебикә һәм Миңзифа апайҙар уны үҙ әсәһендәй тәрбиәләй, ярҙам итә.
Бала сағынан алып әлегәсә бихисап тарихи ваҡиғаның шаһиты булған был юбилярҙарҙың береһе лә бирешмәй. Һәр атҡан яңы таңға ҡыуанып, тыныс тормоштарына шөкөр итеп йәшәй. Ил өсөн, хөкүмәт өсөн, Еңеү өсөн үҙен йәлләмәй, бөтә ғүмерен эшкә бағышлаған ил инәләренең һәм аҡһаҡалдың хеҙмәт юлы ысын мәғәнәһендә йәштәргә өлгө булып тора.
Сығанаҡ: район хакимиәте.
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас