Район хакимиәтендә 14 сығарылыш уҡыусыһына “Уҡыуҙағы уңыштары өсөн” миҙалдары тапшырылды. Улар 1-се һәм 2-се Аҡъяр, Бүребай, Маҡан, Һамар, Өфө урта мәктәбе уҡыусылары. Миҙал алыусыларҙы район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов тәбрикләп, уҡыуҙа өлгәшкән уңыштары өсөн рәхмәт белдерҙе. Балаларына яҡшы тәрбиә биргәне өсөн ата-әсәләргә район мәғариф идаралығының Рәхмәт хаттары тапшырылды.