Көндәрҙең самаһыҙ эҫе тороуына бәйле, районда урман һәм ҡырҙарҙа ут сығыу осраҡтары йышайҙы.
Аҡъюл ауыл Советында урман яна. Был ҡазаны туҡтатыу маҡсатында күрше райондарҙан да ярҙамға техника һорала.
Янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған кешеләргә ҡарата дисциплинар, административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған.
Урман һағының Берҙәм бушлай һандарына – 8-800-100-94-00, министрлыҡтың Төбәк диспетчер хеҙмәтенә (347) 218-14-14 шылтыратыуығыҙ һорала.
район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповтың Бәйләнештә төркөмөнлдәге сәхифәһенән алынды