Һуңғы йылдарҙа Хәйбулла районында умартасылар араһында ҡатын-ҡыҙҙарҙы йыш осратырға мөмкин. Уларҙың оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, ҡул ҡаушырып ултырыуҙы хуп күрмәй, файҙалы шөғөлгә тотоноуҙарына һоҡланырға ғына ҡала. Шундай “Бал инәй”ҙәрҙең береһе- Һаҡмар-Наҙарғол ауылында йәшәгән Рәшиҙә Сәйфуллина. Етенсе тиҫтәгә яҡынлаған инәйҙең йорт янында 10-дан ашыу умартаһы ултыра.
– 1975 йылдан ҡортсолоҡ менән шөғөлләнәм.Ҡасандыр әсәйем умарталар тотто, унан миңә күсте. Тәүҙә әсәйемә ярҙамлашып йөрөй торғайным, аҙаҡ ул бер умарта биреп, шунан күс айырып, үрсеп китте ҡорттарым. Тик башҡорт тоҡомло бал ҡорттары ғына аҫрайым, улар уҫалыраҡ инде, әммә бик егәрлеләр,-ти тәжрибәле инәй.
Былтыр ауыл янындағы урманды ҡарышлауыҡтар баҫып, бар йәшеллекте юҡҡа сығарһа, быйыл ҡоролоҡ үҙәктәренә үтә. Шуға күрә умарталарын өй янына, дөрөҫөрәге баҡсаһына ултыртҡан. Ауылға йүкә урманы яҡын, көн һайын нәҙекәйбилдәр әллә күпме саҡрымдар үтеп, йүкә сәскәһенән бал йыя. “Быйыл бал бар, тиҙҙән бал һығып алырға ваҡыт етә, рамдары тулы”,-тип ҡыуана “Бал инәй”.
Уңған умартасының балы күп булмаһа ла, үҙҙәренә етәрлек, иң мөһиме- яратҡан шөғөлөмдө йыл һайын дауам итәм, ҡорттарымды имен-һау ҡыш сығарып, йыл һайын бер аҙ арттырып та алам, ти ул. Ҡортсо инәйгә умарталарҙы күтәреп ултыртырға, бал һығышырға ире Рәйес Әмирхан улы, баллы мәшәҡәттәр осоронда балалары ярҙамлаша. Үҙе татлы һәм тәмле булһа ла, бал ҡорттарын тәрбиәләүе еңелдән түгел. Бигерәк тә эҫе һәм ҡоро көндәрҙә бал ҡорттары ла уҫал була, ҡайһы бер ваҡытта яндарына барған сит кешеләрҙе сағып та ҡуя.
Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, үҙенең нәҙекәйбилдәре кеүек һәр саҡ хәрәкәттә булған инәйгә һис кенә үҙ йәшен биреп булмай. Донъяһы ла ялт итеп тора, ихата тулы матур сәскәләр. Әйткәндәй, Рәшиҙә Рамазан ҡыҙының йәнә бер шөғөлө бар. Ул шифалы дарыу үләндәрен йыйыу менән шөғөлләнә. Был кәсебе уға өләсәһенән күскән. Ауылдаштары ғына түгел, хатта ситтән дә уға шифалы үлән һорап килеүселәр бик күп. Бигерәк тә ҡыш көнө күптәрҙең иҫтәренә үлән төшә, йәй буйы тапап йөрөйҙәр ҙә, тип йылмая инәй.
Хаҡлы ялда булыуҙың да үҙ рәхәттәре, үҙ мәшәҡәттәре етерлек. Ҡартлыҡта ла шатлыҡ бар тигәндәй, Һаҡмар-Наҙарғолдоң уңған инәйе, йыл әйләнәһенә шифалы үлән сәйен баллап эсеп, ҡарты менән тигеҙлектә һәм татыулыҡта йәшәй.