Хәйбулла хәбәрҙәре
+23 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
Яңылыҡтар
7 Июль 2021, 16:28
Хәйбулла туристары сәйәхәт итте
Туристар Йылҡысыҡҡан күле янындағы “Аҡбуҙат” монументаль-скульптур композицияһын ҡараны.
Хәйбулла районы хакимиәте мәғлүмәттәренә ярашлы, райондан 55 йәштән өлкәндәрҙең икенсе төркөмө Бөрйән районына сәйәхәт ҡылды. Сәфәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән раҫланған “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проектының “Башҡортостанда оҙон ғүмер. Туризм” проекты нигеҙендә ойошторолдо.
Туристар Көнсығыш Европалағы ошондай берҙән-бер комплекс – Шүлгәнташ мәмерйәһендә, ҡурсаулыҡтағы төрлө музейҙарҙа булды, Йылҡысыҡҡан күле янындағы “Аҡбуҙат” монументаль-скульптур композицияһын ҡараны. Сәфәр барышында өлкәндәр шулай уҡ Темәс тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы эшмәкәрлеге менән танышты. Музей фондында өс меңдән ашыу ҡомартҡы иҫәпләнә.
Мәғлүм булыуынса, “Башҡортостанда оҙон ғүмер. Туризм” проекты республика биләмәһендәге туристик объекттар буйлап бер көнлөк түләүһеҙ экскурсияларҙы күҙаллай. Ул туристарға республикабыҙ “ынйылары”н, мәҙәни мираҫын күрһәтеү мөмкинлеген бирә.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
Фото: haibulla.bashkortostan.ru/presscenter/news/376543/
Автор: Лилия Давлетбакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/sport-m-turizm/H-ybulla-turistari-s-y-h-t-itte-852245/
Автор:
«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"