Кисә 6 июлдә республика юлдарында 9 автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа бер кешенең ғүмере өҙөлгән һәм тағы ла 11 кеше төрлө йәрәхәттәр алған.
Кискеһен Бишбүләк районында Йылбулаҡтамаҡ-Матвеевка – Лысогорка юлының 6-сы саҡрымында 56 йәшлек водитель "Renault Duster" менән идара иткәндә юл ситенә төшөп түңкәрелгән. Авария һөҙөмтәһендә водитель ваҡиға урынында һәләк булған. Уның ике пассажиры – 64 һәм 35 йәшлек ирҙәр төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Тикшереү эштәре дауам итә.
Тәүлек эсендә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан 2100 юл ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы асыҡланған, 34 иҫерек водитель тотолған.