Баҡсалағы уңышҡа зыян килтергән ҡоротҡостарҙан химикаттарһыҙ ҙа ҡотолоп була. Бары тик иренмәҫкә, аяҡ аҫтындағы сүп үләндәренең файҙалы үҙенсәлектәрен белергә кәрәк.
Һүҙ ҙә юҡ, араларында ағыулылары бар, шунлыҡтан һаҡланыу сараларын алдан күреү мөһим. Күбеһе бер үк ваҡытта ағыу ҙа, дарыу ҙа. Юл буйҙарын, туғайҙарҙы биҙәп, ҡояш төҫлө һап-һары сәскәләре менән балҡып ултырған ябай бәпембәләрҙе генә алайыҡ. Уның таждарынан сихәтле бал яһап дауаланабыҙ, йәш япраҡтарынан витаминлы салаттар яһап ашайбыҙ.
Был үҫемлектең тамырҙарынан, япраҡ-һабаҡтарынан яһалған төнәтмәнең бәшмәктәрҙе, талпандарҙы, үлән беттәрен юҡ итә алған көслө инсектицид, йәғни химик препарат икәнлеген беләһегеҙме?
Уны әҙерләү ауыр түгел. Ярты килограмм сеймалды 10 литр һыуға тураҡлап һалып, өс сәғәт төнәткәс, көн яҡтыһында ҡоротҡостар ябырылған үҫемлектәргә бөркөргә генә ҡала. Иҫкәртеү маҡсатында әлеге процедураны аҙна һайын бер көндә ике-өс тапҡыр ҡабатлаһаҡ, сейә, балан, алмағастарға, раузаларыбыҙға ҡоротҡостар зыян килтерә алмаҫ.
Крыжовникка күбәләк йомортҡа һалһа, ҡарышлауыҡтары емештәрен тишеп инеп ашарға тотонһа, ҡурай еләгендә ҡуңыҙҙар пәйҙә булһа, баҡсалағы ағас-ҡыуаҡтарҙан өҫтөбөҙгә урман беттәре һикереп төшөп, тәнебеҙгә ҡаҙалып, ҡаныбыҙҙы эсә башлаһа, кишер менән һуғанға күбәләктәр, себендәр эйәләһә, ни эшләргә?
Һиптергескә ағыулы химикат тултырырға ашыҡмайыҡ. Был осраҡта беҙгә әсе әрем ярҙам итәсәк. Бер биҙрә ҡайнар һыуға ҡс килограмм аҡ әрем һабаҡтарын ваҡлап һалабыҙ, өҫтөн томалап, һыуынғансы төнәтеп торабыҙ. Унан үҫемлектәргә бөркәбеҙ.
Ромашкалар баҡса биҙәге генә түгел, ә бик һәйбәт дауа сығанағы ла. Уларҙы төнәтеп, сихәтле һыуын бәпәйҙәрҙе ҡойондорғанда ҡушып ебәрәләр, ҡатын-ҡыҙ ауырыуҙарын дауалауҙа, бактериялар зарарлаған органдарҙы йыуҙырыу маҡсатында әүҙем ҡулланалар. 1,5 килограмм дарыу ромашкаһын бер биҙрә ҡайнар һыуға һалып алты сәғәт төнәтһәк, күп төрлө ҡоротҡостарға ҡаршы көрәшергә яраҡлы бына тигән инсектицид препарат әҙер була. Иң мөһиме – ул бәрәңгеләрҙе тишкеләп эштән сығарыусы ҡаты ҡорттан ҡотолорға булыша. Бының өсөн әлеге төнәтмәне ямғыр яуып уҙғандан һуң йәки баҡсаны һуғарғас, бәрәңге бураҙнаһы араһына һибеп сығыу отошло.