Яңылыҡтар
7 Июль 2021, 11:52

Аҡбурт шишмәһе яңы һулыш ала

Конкурс комиссияһы ошо көндәрҙә еңеүселәрҙе билдәләне. Шуныһы ҡыуаныслы: төҙөкләндереү күҙалланған объекттар араһында Хәйбулла районының Үрнәк ауылындағы Аҡбурт шишмәһе лә бар.

Мәғлүм булыуынса, “Башҡортостан шишмәләре” проектына ярашлы, реаспублика райондарында шишмәләрҙе төҙөкләндереүгә ғаризалар ҡабул ителгәйне.
Хәйбулла районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, районда бындай конкурс тәүге тапҡыр ойошторолдо. Проекттың маҡсаты – шишмәләрҙән файҙаланыу мәҙәниәтен үҫтереү, халыҡты саф шишмә һыуы менән тәьмин итеү, ғүмерҙе оҙайтыу. Был маҡсаттарҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының “Үҙенсәлекле һыу объекттарын һаҡлау” федераль проекты бурыстарына һәм талаптарына тап килә.
Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы вәкилдәренән тыш, “Йәшел Башҡортостан” ойошмаһы әүҙемселәре, Башҡортостандың Йәштәр хөкүмәте ағзалары, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендәге йәмәғәт инспекторҙары һәм журналистар ингән конкурс комиссияһы ошо көндәрҙә еңеүселәрҙе билдәләне. Шуныһы ҡыуаныслы: төҙөкләндереү күҙалланған объекттар араһында Хәйбулла районының Үрнәк ауылындағы Аҡбурт шишмәһе лә бар.
Экология проекты буйынса, еңеүсе шишмәләрҙең барыһы ла йыл аҙағына тиклем төҙөкләндерелергә тейеш. Сараны ойоштороусылар билдәләүенсә, Рәсәйҙә башҡа бер ерҙә лә бындай проекттар юҡ, был – Башҡортостандың пилот проекты.
Фото: haibulla.bashkortostan.ru/presscenter/news/378608/
Автор: Лилия Давлетбакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/A-burt-shishm-e-ya-i-ulish-ala-852105/
Автор:"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас