Яңылыҡтар
6 Июль 2021, 18:35

Урам байрамдары берләштерә

Сиҙәм ауылында Гагарин урамында үҙенсәлекле мәҙәни сара үтте. Урам байрамы йәйге матур көндө туғандар, күршеләр менән күрешеү, атай йортона ҡунаҡҡа ҡайтыу өсөн матур бер сәбәп булды.

Байрам Гагарин урамында йәшәүселәр инициативаһы менән ойошторолдо. Улар ойоштороу мәсьәләләрен үҙ өҫтөнә алһа, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре сағыу байрам программаһын әҙерләне.
Сарала тәүге сиҙәмселәр, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар исеменә йылы һүҙҙәр яңғыраны. Юбилярҙар, матур ғаилә парҙары ла ситтә ҡалманы. Уларҙың һәр береһенә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Байрам алдынан иғлан ителгән “Иң яҡшы ихата” бәйгеһендә еңеүсе тип Р.С.Александрова танылды.
Ауыл төрлө уйындар һәм конкурстарҙан гөрләп торҙо. Унда һәр кем ихлас ҡатнашты. Аҙаҡтан олоһо-кесеһе өсөн күңелле дискотека ойошторолдо.
Ауыл халҡы һәм ҡунаҡтарға байрам бик оҡшаны һәм яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас