Яңылыҡтар
6 Июль 2021, 17:40

Хулигандар ҡәбәхәтлек ҡыла

Эйе, ысын ҡәбәхәтлек был!Аҡъяр ауылының яңы микрорайонындағы паркта балалар майҙнсығында болттарҙы һурып алыуҙарын, эскәмйәләрҙе боҙоуҙарҙы, фонарь һәм тәҙрәләрҙе ватыуҙы башҡаса нисек атарға була?

Аҡъяр ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын башҡарыусы Ришат Рәхмәтуллин “Бәйләнештә” төркөмөндәге сәхифәһендә: “Бындай ҡырын эште ни өсөн ҡылыуҙары аңлашылмай. Яңы паркта һәр ваҡыт ошондай вандализм осраҡтарын күрергә тура килә. Быны ситтән килгән кеше эшләмәй...
Яңы микрорайондағы парк федераль программа сиктәрендә төҙөлдө. Бюджет аҡсаһы иҫәбенә ундай объектты эшләп булмай, бик ҡиммәткә төшә. Шуға күрә булғанды һаҡларға кәрәк. Ошо арала паркта камералар ҡуйыла, ошондай ҡәбәхәтлек осрағы ҡабатланһа, уны боҙған кешенең йәшенә ҡарамаҫтан, мәғлүмәт хоҡуҡ һаҡлау органдарына тапшырыласаҡ”,--тип яҙа ул.
Районда ошо паркты йәшелләндереүгә, төҙөкләндереүгә күп көс һалына. Йәйге кистә балалар менән килеп ошонда файҙалы итеп ваҡыт үткәреү үҙе ни тора ла бит! Тик кемдеңдер ҡулы ҡысый шул. Ундайҙарға шуны әйтке килә: Рәсәй ҡануниәте буйынса йәмәғәт урындарындағы милекте боҙған өсөн административ яза ҡаралған. Рәсәйҙең Енәйәт кодексының 214-се статьяһы буйынса вандализм өсөн 40 мен һумға тиклем штраф ҡаралған.
Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас