Яңылыҡтар
6 Июль 2021, 07:23

Фольклориада табыштырҙы!

Һалдат хеҙмәтен бергә үткән дуҫтар осрашҡан

“Фольклориада Ер шарында йәшәүсе төрлө милләт, халыҡ вәкилдәрен берләштереүгә, туғанлаштырыуға булышлыҡ итә. Беҙ уны көтөп алдыҡ”, – ти Эстониянан килгән ҡунаҡтар.
“Ҡызыл таң” гәзите хәбәрсеһе Миләүшә Латипова хәбәр итеүенсә, уларҙың береһе Дүртөйлөлә үҙенең һалдат хеҙмәтен бергә үткән дуҫын да осратҡан.
“Улар ҡосаҡлашып күреште. Райву Юлеманте тиҫтәләрсә йылдар уҙғандан һуң армия хеҙмәтен бергә үткән дуҫы – билдәле журналист һәм балалар яҙыусыһы Илдус Тимерхановты осратыуына балаларса һөйөндө. Илдус Хәмит улы ла тулҡынланыуын йәшермәне. Райву рус телен яҡшы белә, шуға уның менән һөйләшеү өсөн тәржемәсе саҡырырға тура килмәне”, - тип яҙа автор.
– Беҙ Уссурийск ҡалаһы янында сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иттек, – тип уртаҡлашты улар. – Беренсе көндән үк дуҫлаштыҡ. Армия хеҙмәте еңел булмаһа ла, ул ике йыл күңелебеҙҙә йәшлектең иң матур хәтирәләренең береһе булып һаҡлана.
Райву Юлеманте – ғүмерен мәҙәниәт өлкәһенә бағышлаған шәхес. Өлкән йәштә булыуға ҡарамаҫтан, әле лә бейеү сәнғәтен ташламай. Ул тәнде генә түгел, йәнде лә йәш килеш һаҡларға ярҙам итә, ти.
Фотола: Илдус Тимерханов (уртала) һәм уның хеҙмәттәше Райву Юлеманте.
Фотоның авторы: Миләүшә Латипова.
Сығанаҡ: kiziltan.ru/articles/folkloriada/Folkloriada-tabishtirdi-849966/
Автор: Лилия Давлетбакова.
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас