Яңылыҡтар
6 Июль 2021, 14:39

"Һеҙ уны нисек ашайһығыҙ?.."

Фольклориадаға килгән сит ил ҡунаҡтарын ниндәй күренештәр шаҡ ҡатырған?

Тәүге тапҡыр Рәсәйҙә үткән халыҡ-ара фольклор фестивале Башҡортостанда 3 июлдә башланды. Сит ил коллективтары Өфөгә 1 июлдә килә башланы. Ошо ҡыҫҡа ғына арауыҡ эсендә улар Рәсәй йолалары, мәҙәниәте менән танышырға өлгөрҙө.
Фольклориадала эшләгән тәржемәсе-волонтерҙар ҡунаҡтар менән аралашыу ваҡытында беҙҙең илдә уларҙы иң аптыратҡан мәлдәрҙе теркәп барған:
“Рәсәйҙә бөтөн ашҡа ла укроп һалалар икән! Австрияла уны бары тик бер нисә аш төрө өсөн ҡулланалар”.
“Кураторыбыҙҙың сәйенә һөт һалып эсеүе беҙҙе аптыратты! Сәй менән һөттө ҡушалар икәнен белмәй инек. Калининград ҡалаһы Европала булһа ла, Рәсәй биләмәһе булыуын да бында килгәс кенә белдек”, - ти Панаманан вәкилдәр.
“Рәсәйҙә балалар атаһының фамилияһын һәм исемен генә йөрөтә икән. Беҙҙә иһә ике фамилия һәм ике исем бирелә – атайҙығы һәм әсәйҙеке”, - тип аптырашта ҡалған Колумбия вәкилдәре.
“Башҡортостанда тәүге тапҡыр ҡарабойҙай ярмаһын ашап ҡараныҡ һәм… тәмен бөтөнләй аңламаныҡ. Һеҙ уны нисек ашайһығыҙ?” – тип аптырай Испания коллективы.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.
Автор: Лилия Нуретдинова
https://bash.rbsmi.ru/articles/folkloriada/e-uni-nisek-ashay-i-i-850021/
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас