Яңылыҡтар
6 Июль 2021, 04:39

"Ҡарабай"ҙы тиҙ арала отоп алырға нимә булышлыҡ иткән?

– Бында юлланғанда төрлө уйҙар борсоно. Тулҡынланыу ҙа бар ине.

“Урал – беҙҙең тамырҙарыбыҙ тоташҡан урын, – ти Венгрияның Милли университеты профессоры Йосиф Сигетвари.
– Бында юлланғанда мине төрлө уйҙар борсоно. Тулҡынланыу ҙа бар ине. Һәм бына, донъяла байтаҡ йәшәп, күпте күргән һәм күпте кисергән кеше, бөгөн ҡасандыр ата-бабаларым йәшәгән ерҙә баҫып торам. Беҙ был хаҡта беләбеҙ. Бәлки, тап генетик хәтер беҙгә башҡорт халыҡ йыры “Ҡарабай”ҙы тиҙ арала отоп алырға һәм Фольклориадала башҡарырға булышлыҡ иткәндер.
Беҙҙең ансамбль “Кечкемент” тип атала, был - беҙ йәшәгән ҡаланың исеме. Коллективта 35 кеше: дүрт музыкант, ике һөнәрсе, ҡалғандар – бейеүселәр. Беҙ 11 йыл дауамында фольклор йыябыҙ, йырҙар, бейеүҙәр өйрәнәбеҙ, - ти Венгрия ҡунағы.
Фото Фольклориада сайтынан.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Автор:"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас