Яңылыҡтар
5 Июль 2021, 09:33

Әжәл янымда, ә минең диңгеҙ күргем килә

Эстән генә һиҙенһәм дә, дауаханаға ана барам—бына барам, тип йөрөп, ваҡытты үткәргәнмен. Яман шеш аҙған. Табиптар әрләй, күптән килер кәрәк ине тип. Өфөнән йөрәгем өҙөлөп ҡайттым, ауырыуымды иремә лә, балаларға ла әйтеп торманым. Эсемдә ут яна. Һуңғы хыялым да бар. Эх, бер тапҡыр булһа ла, диңгеҙҙе күрһәң ине...

Ауылда көндәлек мәшәҡәттәр, мәктәп йәшендәге һәм студент балалар менән ваҡыттың үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала. Башым йыш ауырта ине, әллә ни иғтибар ҙа итмәнем. Танауҙан йыш ҡан китә башлағас, дауаханаға барҙым. Өфөлә рак тип диагноз ҡуйҙылар. Һуңлап килгәнмен...
Дауаханала ятып сыҡтым, ай һайын күҙәтелеп торорға кәрәк. Һуңғы айҙарҙы һанауымды аңлайым. Балаларға ла, иремә лә, туғандарыма ла бер нимә лә әйтмәнем. Иремә диңгеҙ күргем килә, тигәс: “Ярай, яңы төҙөлгән өйҙө һатайыҡ та барырһың”,-- тип ҡуйҙы. Һуңғы хыялым да тормошҡа ашмаҫ, моғайын. Үкенесле шул был донъя. Йә балалар башлы-күҙле булманы әлегә. Яңы төҙөлгән йорт, хужалыҡ—барыһы ла тороп ҡала. Ғүмер буйы хыялланған диңгеҙҙе лә күрә алмаҫмын инде...
Фото из открытых источников
Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас