Яңылыҡтар
5 Июль 2021, 10:10

Ике егет машинала түңкәрелгән

Юлдың текә урынында машина ситкә төшөп, бер нисә тапҡыр түңкәрелә. Һөҙөмтәлә 25 йәшлек водитель...

Кисә 4 июдә республика юлдарында 12 автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа өс кеше һәләк булған һәм 17 кеше төрлө йәрәхәттәр алған.
Дыуан районында Бөрө-Таҫтүбә-Һатҡы юлының 195-се саҡрымында төнгө сәғәт 3 тирәһендә 25 йәшлек егет ВАЗ-2112 автомобиле менән идара иткәндә текә урында юл ситенә төшөп китә һәм түңкәрелә. Авария һөҙөмтәһендә водитель ваҡиға урынында һәләк була. Шулай юҡ юл-транспорт ваҡиғаһында 29 йәшлек пассажир ҙа зыян күрә, ул дауаханаға оҙатылған. Тикшереү эштәре бара.
Тәүлек эсендә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан 1700 юл ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтары асыҡланған, 48 иҫерек водитель тотолған.
Фото:ЮХХДИ
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас