Хәйбулла хәбәрҙәре
+23 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
Яңылыҡтар
5 Июль 2021, 09:01
Ике бәләкәй ҡыҙ һыу инергә килеп...
Береһенең кәүҙәһе табылған, ә икенсеһе...
Һыуҙа йәнә ҙур фажиғә. Шаран районының Иҫке Кескенәш ауылы янындағы быуала, һыу инеү өсөн махсус ҡорамалландырылмаған урында 2008 йылғы ҡыҙ бала батҡан. Уның кәүҙәһен ауыл кешеләре һөйрәп сығарған һәм полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшырған.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, асыҡланыуынса, һыу буйына ике ҡыҙыҡай килгән. Яр буйында ике велосипед һәм ике баланың кейемдәре табылған. Был хәл кисә була. Иртән сығып киткән ҡыҙҙар ҡайтмағас, балаларҙы кистән эҙләй башлайҙар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кешеләр бер баланың мәйетен таба. Бөгөн Туймазы зонаһына ҡараған эҙләү-ҡотҡрыусылар отряды икенсе баланы эҙләй башлаған. Уны иҫән табылыр тип ышанайыҡ.
Хөрмәтле ата-әсәләр! Балаларығыҙҙы йөҙөргә өйрәтер өсөн ваҡыт табығыҙ! Уларҙың йәйге ялын яңғыҙҙары ҡалмаҫлыҡ итеп ойоштороғоҙ. Бер үҙең һыу инеүҙең ни тиклем хәүефле булыу мөмкинлеген аңлатығыҙ. Йәнә бер тапҡыр ашығыс хеҙмәттәр телефондарын ятлатығыҙ. Ни тиклем тиҙерәк шылтыратып, хәбәр итһәләр, ҡотҡарыусылар шул тиклем иртәрәк килеп, иҫән ҡалыуға мөмкинлек арта бит.
Фото:
proural.info
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Ike-b-l-k-y-i--iu-inerg-kilep-849107/
Автор:
"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"