Яңылыҡтар
5 Июль 2021, 10:48

Ике автомобиль бәрелешә...

Аварияла пассажир һәләк була, тағы өс кеше дауаханаға оҙатылған. Асыҡлануынса...

Кисә 4 июдә республика юлдарында 12 автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа өс кеше һәләк булған һәм 17 кеше төрлө йәрәхәттәр алған.
Ҡалтасы районында Краснохолмск-Нефтекама юлында көндөҙгө сәғәт 12 тирәһендә Ханты-Манси автономиялы өлкәһенән 34 йәшлек ҡатын «Volkswagen Polo» автомобиле менән идара иткәндә ҡаршыа килгән 48 йәшлек водитель йөрөткән «Лада Приора» машинаһы менән бәрелешә. Һөҙөмтәлә «Лада»ның 40 йәшлек пассажиры йәрәхәттәр алғандан һуң ваҡиға урынында вафат булған. Ике водитель дә, шулай уҡ сит ил машинаһының 46 йәшлек пассажиры дауаханаға оҙатылған. Авария буйынса тикшереү эштәре дауам итә.
Тәүлек эсендә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан 1700 юл ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтары асыҡланған, 48 иҫерек водитель тотолған.
фото:ЮХХДИ
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас