Яңылыҡтар
5 Июль 2021, 10:39

Ҡайнағамды яратам

Өлкәнәйгәс ғашиҡ булып, йәш елкәнсәктәй булып ҡыланыуҙан да насар нимә юҡтыр

Ирем менән яратып өйләнештек. Хәҙер бергә йәшәүебеҙгә лә 33 йыл. Ирем аҡыллы, бер ҡасан да ҡул күтәрмәй, эшләп йөрөй. Мине лө өфф итеп тота. Донъябыҙ етеш, балаларыбыҙ ҙурайған, ана-бына башлы-күҙле булырға торалар. Тик бынан 35 йыл элек ғаиләһе менән Себер яғына йәшәргә китеп, бер ҡайтып та урамаған ҡайнағам ҡатынынан айырылып ҡайтып, юлға һалынған тыныс тормошомдо бутаны. Бөтә донъямды онотоп, 18 йәшлек ҡыҙҙай ғашиҡ булдым...
Ҡарт көнөңдә, инде ҡартәсәй булырға йөрөгәндә ғашиҡ булыу иҫәрлек икәнен дә аңлайым. Тик үҙемә баш була алмайым. Ҡайнағам әйҙә тип әйтһә, бөтәһенә лә ҡул һелтәп китергә әҙермен. Балаларым аңлар мине тип өмөтләнәм.
Әхирәтем был хәлде белә. Ул кеше рәхәтлеккә сыҙамай тигәндәре ошолор инде тип кенә әйтә алды. Тик минең дә ҡартлығымда бәхетле булырға хаҡым барҙыр бит...
Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас