Былтыр, пандемия башланғас, был зәхмәт, миҙгел киҙеүе ише, тиҙ генә үтер ҙә китер тип өмөтләндек. Әммә коронавирустың донъяны ялмай барғанын, уның ҡорбандары тураһындағы ҡурҡыныс мәғлүмәттәрҙе башта матбуғат сығанаҡтары аша ишетеп-күреп белһәк, күҙгә күренмәгән дошман күҙ йомғансы арабыҙға килеп керҙе һәм бер-бер артлы ҡорбандарын сүпләй башланы.
Ошо урында бер әсендергес миҫал иҫкә төштө. Марат Мөҙәрис улы (исеме үҙгәртелде) – тәжрибәле табип, оҙаҡ йылдар медицина тармағында көс түккән, белемле һәм кешелекле белгес булараҡ хөрмәт яулаған кеше. Ул ғүмер буйы республика райондарының береһендәге дауаханала хеҙмәт иткән, пенсияға сыҡҡас та, белгестәр етмәү сәбәпле, эшләүен дауам иткән.
Абруйлы ирҙең һөйөклө ҡатыны Зөлфинә ханым да ғүмерен медицина тармағына бағышлаған: шәфҡәт туташы булып эшләгән, хөрмәт ҡаҙанып хаҡлы ялға киткән. Тик һуңғы йылдарҙа һаулығы шәптән булмағас, өгөтләһәләр ҙә, эштә ҡалмаған.
Ғөмүмән, был матур һәм татыу ғаиләне яҡташтары тик ыңғай яҡтан телгә ала: иртәле-кисле бергәләр, йорттағы мәшәҡәттәрҙе теүәлләһендәрме, баҡсала эшләһендәрме – гел бергә. Икәүләшеп урман-ҡырҙарға еләккә йөрөгәндәрен, балыҡ ҡармаҡлағандарын да беләләр. Унан тағы бергәләп ҡайнатма әҙерләйҙәр, үҙҙәре тотҡан балыҡтан да ҡышҡылыҡҡа телде йоторлоҡ консервалар яһайҙар…
…Пандемия ишек ҡаҡҡанда Марат Мөҙәрис улы һаман дауаханала эшләп йөрөүен дауам итә ине әле.
– Зөлфинәмдең һаулығы насар, үҙем дә йәш түгелмен – сир йоҡҡансы эштән китергә тура килер, – тип ниәттәре менән бүлешкән табип.
– Ошондай ауыр осорҙа һеҙ, тәжрибәле белгес, беҙҙе ташлаһағыҙ, нимә булыр? Зинһар, сабыр итегеҙ, тағы бер аҙ эшләгеҙ инде, – тип өгөтләй уны хеҙмәттәштәре.
Һөнәрен мөкиббән яратҡан, яуаплы, намыҫлы табип бындай ауыр осорҙа ғүмер буйы бергә эшләгән хеҙмәттәштәрен ҡалдырыуҙы урынлы тип тапмай һәм бар көсөн, белемен яңы коронавирус инфекцияһы менән көрәшеүгә бағышлай, “ҡыҙыл зона”ла даими эшләй.
…Бер кис үҙен бик насар тойғас, ул ҡатынына өндәшә: “Был сир беҙгә лә килеп етте шикелле…” Һөнәри һиҙгерлеге алдамай: тиҙҙән хәле тиҙ арала бик хөртәйгән Марат Мөҙәрис улын дауаханаға, яңыраҡ үҙе эшләп йөрөгән ковид-госпиталгә оҙаталар…
Бер аҙна самаһы үткәс, дауаханаға Зөлфинә ханымды ла килтерәләр. Ковид-госпиталдәге тәртип буйынса, сирлеләр бер-береһе менән осраша алмай, тәүҙә телефон аша ғына хәбәрләшеп торалар. Тик… Марат Мөҙәрис улы сирҙең иң ауыр осорон кисереп, хәле тотороҡлана башлағанда, уға иң ҡурҡыныс хәбәрҙе еткерәләр: Зөлфинәһе ҡәһәрле сирҙе еңә алмаған, вафат булған…
…Ғүмер буйы ысын мәғәнәһендә ҡулға-ҡул тотоношоп бергә атлаған матур парҙың яҙмышы коронавирус сәбәпле бына шулай селпәрәмә килә. 45 йыл татыулыҡта, берҙәмлектә көн иткән, ҡатынын алиһә урынына күргән ир, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дауаханала булып, һөйөклө ҡатынын һуңғы юлға ла оҙата алмай ҡала…
Хәйер, был – бер генә миҫал: ошо пар ише хәлгә ҡалғандар арабыҙҙа аҙмы ни?
“Әгәр ул саҡта вакцина булһа, беҙ һис икеләнеүһеҙ яһатҡан булыр инек. Иманым камил – бындай фажиғә лә ғаиләбеҙҙе урап үтер ине. Тик ул саҡта пандемияның ҡыҙған осоро ине, ә вакцина әле һынауҙар үтмәгәйне шул…” – ти бөгөн Марат Мөҙәрис улы.
Әйтергә кәрәк, ул дауахананан сыҡҡандан һуң бик оҙаҡ ковид эҙемтәләренән дауаланған, реабилитация үткән. Әлеге ваҡытта балаларына, ейәндәренә йыуанып, етемһерәп ҡалған донъяһын көтә.
“Бер ҡайҙа сығып йөрөгөм, кешеләр менән аралашҡым килмәй. Коронавирус мине бик ныҡ үҙгәртте, тормошобоҙҙоң аҫтын өҫкә әйләндерҙе. Шуға ла кешеләр был сиргә етди ҡараһын, хәүефһеҙлек сараларын күрһен ине. Вакцинациялауға ҡарата фекерҙәр төрлө, шикләнеп ҡараусылар, юҡ-бар уйҙырмаларға ышаныусылар ҙа бар. Әммә, табип булараҡ, мин пандемияны еңеүҙең башҡа һөҙөмтәлерәк юлын күрмәйем”, – ти Марат Мөҙәрис улы.