Яңылыҡтар
5 Июль 2021, 11:22

55 йәшлек ханым вафат була, ә уның ҡыҙы...

Тәүлек эсендә 48 иҫерек водитель тотолған

Кисә 4 июдә республика юлдарында 12 автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа өс кеше һәләк булған һәм 17 кеше төрлө йәрәхәттәр алған.
Көндөң икенсе яртыһында 55 йәшлек ҡатын "Volkswagen Polo" автомобиле менән идара иткәндә юлда түңкәрелә. Авария Дыуан районы Бөрө-Таҫтүбә-Һатҡы юлының 213-сө километрында теркәлгән. Һөҙөмтәлә водитель һәләк булған, ә уның 38 йәшлек ҡыҙы зыян күргән. Ваҡиға урынында тикшереү эштәре бара.
Тәүлек эсендә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан 1700 юл ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтары асыҡланған, 48 иҫерек водитель тотолған.
фото:ЮХХДИ
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас