Яңылыҡтар
4 Июль 2021, 17:30

Юғары ҡан баҫымы йонсотһа...

Әлбиттә, көн һайын услап төрлө дарыу эскәнсе, баҡсаңда тәм алған еләк-емеш нығыраҡ ярҙамға килә. Мәҫәлән, сөгөлдөр – шундайҙарҙың береһе. Бының өсөн...

Юғары ҡан баҫымынан күптәр яфалана. Әлбиттә, көн һайын услап төрлө дарыу эскәнсе, баҡсаңда тәм алған еләк-емеш нығыраҡ ярҙамға килә. Мәҫәлән, сөгөлдөр – шундайҙарҙың береһе.

Йәшелсәне бешермәйенсә яҡшылап әрсегеҙ, ваҡ-ваҡ итеп турағыҙ, 3 литрлыҡ быяла һауыттың өстән ике өлөшөн шуның менән тултырып, өҫтөнә ҡайнаған һалҡын һыу һалығыҙ. Быяла һауыт ауыҙын марля менән ҡаплап, бүлмә йылылығында 7-8 тәүлек тотоғоҙ.

Шунан һуң төнәтмәне, башҡа һауыттарға ҡойоп, һыуытҡысҡа ҡуйығыҙ. Ашар алдынан көнөнә бер-өс тапҡыр яртышар стакан эсергә кәңәш ителә. Бер һауыттағыһын бөтөргәнсе, икенсеһе, өсөнсөһө өлгөрә тора.

Ауырыуығыҙ бик аҙып китмәгән булһа, өс айҙан һуң 3-4 йылға ҡан баҫымы күтәрелеүҙән ҡотолорһоғоҙ.
Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.
Автор: Самат ҒӘЛИН.
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас