Республика биләмәһендәге эҫелек сәбәпле урмандарҙа 4-5 класлы янғын хәүефе һаҡлана. Урал аръяғында һәм тау-урман зоналарында апрель айынан ямғыр яуғаны юҡ, ҡоролоҡ һаҡлана. Бынан тыш, 2 июндән был тарафтарҙа ҡоро йәшен атыу осраҡтары теркәлгән. Был үҙ сиратында урман янғындары тоҡаныуына сәбәпсе булған. Белорет, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен, Хәйбулла, Учалы райондары биләмәһендә 20 июндән 2 июлгә тиклем 35 урман янғыны булған.
Ошоға бәйле Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының 619-ОД һанлы ҡарарына ярашлы, 5 июлдән 25 июлгә тиклем үрҙә һаналған район биләмәләре урмандарына инеү сикләнә.
Янғын хәүефе булған осраҡта “112” һандарын йыйып, ашығыс хеҙмәттәрҙе ярҙамға саҡырырға кәрәк.
Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра. Урманда йәки уның эргәһендә нимәлер янғанын күрһәгеҙ, шунда уҡ Урман һағының берҙәм телефонына – 8 (800) 100-94-00 йәки республика Урман хужалығы министрлығының Төбәк диспетчер хеҙмәтенә – 8 (347) 218-14-14 – шылтыратығыҙ.
Фото: Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы.