Яңылыҡтар
4 Июль 2021, 16:31

“Миңә Башҡортостандан берәй таш булһа ла алып ҡайт, тип үтенде"

Эстониянан уҡытыусы Пирет Леюмаа Милли музейҙа Салауат Юлаев тураһында мәғлүмәтте күрһәтеүҙе һораны һәм залға инеү менән күҙ йәштәрен тыя алмай илап ебәрҙе..

Фольклориада ҡунаҡтары араһында Эстония вәкиллеге ҙур. Өс тиҫтәгә ашыу кеше килгән. Барыһы ла - үҙешмәкәр артистар, музыканттар.
Араларында уҡытыусы булып эшләгән Пирет Леюмаа - йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан кеше. Башҡортостандың Милли музейында ул Салауат Юлаев тураһында мәғлүмәтте күрһәтеүҙе һораны һәм залға инеү менән күҙ йәштәрен тыя алмай илап ебәрҙе.
"Бала саҡтан Салауат Юлаев тураһында һөйләгәндәрҙе ишетеп үҫтем. Айырыуса мәктәптә уҡығанда алыҫ Башҡортостандың милли батыры тураһында күп һәйләнеләр. Бала күңеле менән милләттең яратҡан шәхесе, ил улының яҙмышын бик яҡын ҡабул итә инем. Ҡасандыр уның тыуған ерен барып күрермен тип уйлағайным да. Бындай форсатҡа айырыуса шатмын. Батырҙың һәйкәленә лә барып баш эйеп килдем. Фольклориадаға барырымды белгәс, Эстонияла йәшәгән танышым килеп китте. Баҡһаң, уның әсәһе һеҙҙең республиканан икән: “Миңә Башҡортостандан берәй таш булһа ла алып ҡайт!” - тип үтенде ул. Үтенесен хәҙер аңлайым.
Фольклориадаға килгәндә, сара бик оҡшай. Айырыуса уны асыу тантанаһы матур булды. Һаман күҙ алдынан китмәй. Халыҡ ихлас, асыҡ күңелле", - тип тойғолары менән уртаҡлашты Пирет Леюмаа.
Автор фотоһы.
Автор: Лилия Нуретдинова
https://bash.rbsmi.ru/articles/folkloriada/Mi--Bash-ortostandan-ber-y-tash-bul-a-la-alip-ayt-tip-tende-848495/
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас