“Ауылыбыҙ матур-ҡатын-ҡыҙҙар менән”,- тип Мәмбәт һылыуҙары бөгөн тыуған ауылына йыйылды. Районда сираттағы "Ҡыҙҙар кайтты ауылға" байрамы үтте.
Бөгөнгө көндә 39 ҡатын-ҡыҙ тыуып – үҫкән еренә тоғро ҡалып, ғаилә ҡороп Мәмбәттә йәшәй. Башҡа яҡтарға килен булып төшкәндәр ҙә тыуған ерен онотмай. Байрамға уларҙың барыһы ла ашҡынып ҡайтты. Ҡыҙҙар бергәләшеп уйнап үҫкән, бала саҡтары үткән мәктәп юлдарын, йәшлек йылдарын иҫкә төшөрөп, тыуған ауыл урамдары буйлап үтте. Борҡолдап ҡайнап ултырған самауыр сәйҙәрен эсеп, туйғансы һөйләшеп, һәр урамда әҙерләнгән үҙенсәлекле күргәҙмәләр менән танышты. Һәр урам вәкилдәре үҙҙәрендә йәшәүсе һәм йәшәп киткән ҡатын-ҡыҙҙар тураһында мәғлүмәт тә әҙерләгән ине. Шулай уҡ "Ҡымыҙ эсеү", "Ҡәйнәләр һәм килендәр әйтеше" һ.б. кеүек бихисап үҙенсәлекле йолалар күрһәтелде. Ауылдың уңған ҡыҙҙары ҡорот яһау ысулы менән дә таныштырҙы.
Атай йортоның утын һүндермәүсе ҡәйнәләр, еңгәйҙәр, килендәр шәжәрәһе ағасы ла әҙерләнгән ине.
2006 йылда башҡорт халҡынын ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, фольклор өлгөләрен өйрәнеп киләһе быуындарға еткереү маҡсатында ойошторолған “Туржы ынйылары” фольклор төркөмөнөң сығыштары байрамға йәм өҫтәне. Йола буйынса сара барышында төрлө рәхмәт хаттары, бүләктәр тапшырылды. Байрамға килгән һәр кем был саранан көс - дәрт алып, илһамланып таралғандыр моғайын.
Хәйбулла районы хакимиәте