Яңылыҡтар
3 Июля 2021, 19:28

Һәләк булғандарҙың береһе ауырлы булған...

Ҡот осҡос аварияны тикшереү дауам итә. Асыҡланыуынса...

Кисә кискә ҡарай Кушнаренко районында, М7 трассаһында булған ҡот осҡос авария бер юлы алты кешенең ғүмерен алып китте тип хәбәр иткәйнек. Юлда дүрт машина бәрелеште: “Лада Ларгус” менән “Нива” һәм ике йөк машинаһы.
ЮХХДИ-нан хәбәр итеүҙәренсә, “Скания” йөк машинаһының тәгәрмәсе ысҡынып оса һәм ҡаршы һыҙаттан килгән “Лада Ларгус”ҡа барып бәрелә. Унан һуң “Ларгус” ҡаршыһына килгән “Нива”ға төкөй. Бынан һуң ул түңкәрелә һәм янып китә.
Һәләк булған кешеләрҙең бөтәһе лә - “Лада Ларгус”тағылар, улар янған машинанан сыға алмаған, бөтәһе лә “Ашығыс ярҙам” килеп еткәнсе йән биргән. Был автомобилдең такси булыуы ла билдәле.
Дөйөм алғанда, был аварияла, алда әйтелгәнсә, алты кеше һәләк булған. Дүртәү - дауаханала. Уларҙы ҡотҡарыусылар махсус техника ярҙамында саҡ һөйрәп сығарған.
Әле был кешеләрҙең кемлеге асыҡланған. 1966, 1967, 1986 һәм 1988 йылғы дүрт ҡатын Дүртөйлө районынан булған. 1998 йылғы ҡатын - Өфөнөкө. Тағы бер һәләк булған ир кешенең кемлеге әле асыҡлана. Әйткәндәй, “Лада Ларгус”тың водителе, 1967 йылғы Дүртөйлө кешеһе, иҫән ҡалған. Ул әле дауаханала. “Нива”лағылар - 1954 йылғы Мәскәү кешеһе һәм уның ике пассажиры, 1957 һәм 1958 йылғы ҡатындар шулай уҡ төрлө йәрәхәттәр менән дауаханала. “Скания” йөк машинаһына 1976 йылғы Татарстан кешеһе идара иткән, уны дауаханаға алып барып тикшергәс, ҡайтарғандар.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, һәләк булған ҡатындарҙың береһе һигеҙ айлыҡ ауырлы булған.
Әле был хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, төрлө яҡлы тикшереү алып барыла.
Фото: ЮХХДИ.
Автор: Альфия Мингалиева
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас