Яңылыҡтар
4 Июль 2021, 17:03

Кисә 5 ир батып үлгән

Тағы бер ир һыу ингәндә өҫтөнә катер...

Кисә Башҡортостан һыу ятҡылыҡтарында 5 ир батып үлгән. Башҡортостан буйынса Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, тағы бер ир һыуҙа булғанда йәрәхәтләнгәндән һуң вафат булған.
Ҡырмыҫҡалы районы Урал ауылы янында Ҡараман йылғаһында 1981 йылғы ир батып үлгән. Ваҡиғаны күргәндәр уның кәүҙәһен һыуҙан сығарып ҡотҡарыусыларға тапшырған.
Учалы районы Мансур ауылы быуаһында водолдар 2003 йылғы егеттең кәүҙәһен һыуҙан сығарғандар.
Мәләүез районы Иштуған ауылы янындағы күлдә 1961 йылғы ир батып үлгән.
Салауат ҡалаһында Түңәрәк күлдә 1989 йылғы ир һәләк булған, ҡотҡарыусылар уның кәүҙәһен эҙләйҙәр.
Октябрьский ҡалаһында Ыҡкүлдән водолздар 1979 йылғы ирҙең кәүҙәһен сығарғандар. Белорет ҡалаһында йәшәүсе 1971 йылғы ир Уҡшуҡ йылғаһында һәләк булған.
Мәләүез районы Нөгөш һыуһаҡлағысында катер һыу ингән 1985 йылғы ирҙең өҫтөнә менгән. “Тиҙ ярҙам” машинаһы уны дауаханаға оҙатҡан, бында ул алынған йәрәхәттәрҙән һуң вафат булған.
Һыу ингәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәп, фажиғәләргә юл ҡуймайыҡ!
фото:Башҡортостан буйынса Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас