Кисә 3 июлдә республика юлдарында 15 автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа ике кешенең ғүмере өҙөлгән һәм тағы ла 18 кеше төрлө йәрәхәттәр алған.
Киске 8-9 сәғәт тирәһендә Йәрмәкәй районы Тарҡаҙы ауылының Гагарин урамында Бәләбәй районынан килгән 48 йәшлек ир "Magnum RS-250" мотоциклы менән идара иткәндә электр бағанаһына бәрелә. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә ир һәләк була. Тикшереү эштәре бара.
Тәүлек эсендә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан 1800-ән ашыу юл ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтары асыҡланған, 53 иҫерек водитель тотолған.