Яңылыҡтар
4 Июль 2021, 17:24

46 йәшлек ир “Тиҙ ярҙам” машинаһында вафат булған

Сит ил машинаһы юл ситенә төшөп түңкәрелә...

Кисә 3 июлдә республика юлдарында 15 автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа ике кешенең ғүмере өҙөлгән һәм тағы ла 18 кеше төрлө йәрәхәттәр алған.
Таң менән Күгәрсен районы Смаҡ-Йомағужа-Воскресенск юлында Мәләүез районынан 46 йәшлек ир "Renault SR" автомобиле менән идара иткәндә юл ситенә төшөп китә һәм түңкәрелә. Авария һөҙөмтәһендә водитель “тиҙ ярҙам” машинаһында вафат була. Тикшереү эштәре дауам итә.
Тәүлек эсендә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан 1800-ән ашыу юл ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтары асыҡланған, 53 иҫерек водитель тотолған.
фото:ЮХХДИ
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас