“Лиза Алерт Башҡортостан” ирекмәндәре Мәсәғүт ауылында йәшәгән 23 йәшлек Илмира Кәримованы эҙләүҙәрен иғлан итте.
Әйтеүҙәренсә, ҡыҙ ире менән асыуланышҡандан һуң 30 июндә билдәһеҙ йүнәлештә өйөнән сығып китә. Уның ҡайтҡанын ике бәләкәй генә ҡыҙҙары түҙемһеҙлек менән көтә.
Юғалған ҡатындың билдәләре: буй оҙонлоғо 157 сантиметр тирәһе; сәстәре карэ моделендә ҡырҡылған, мелировкаланған; йәшел күҙле. Асыҡ зәңгәр төҫтәге джинса салбарҙа, һоро босоножкаларҙа булған.
Илмираның ҡайҙа булыуын белгәндәр булһа, ошо телефон номерына шылтыратығыҙ: 8-800-700-54-52 йәки 112.