Ҡыҙғанысҡа ҡаршы һуңғы көндәрҙә республикала бер юлы икешәр-өсәр кешеләр һәләк булған авариялар һаны артты. Ошондай ҙур фажиғәләрҙең береһе кисә Әлшәй районында булды. Шишмә – Ҡырғыҙ-Миәкә автомобиль юлында, Раевка менән Дәүләкән араһында булған аварияла бер юлы өс кешенең ғүмере өҙөлдө.
Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, юлда “Лада Калина” автомобиле менән һөт ташыған “КамАЗ” йөк машинаһы бәрелешкән. Машиналар бик ҙур тиҙлек менән килгән, шуға күрә бәрелеш тә ныҡ көслө булған. Шаһиттар һөйләүе буйынса, авария күҙ асып йомғансы була. “Комсомольская правда” баҫмаһы килтергән мәғлүмәттәр буйынса, “КамАЗ” водителе бер минутҡа ғына иғтибарын яҙлыҡтырған һәм ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан. Ә уға табан килгән “Лада Калина” юлдағы колея арҡаһында ҡапыл бер нимә лә эшләй алмай бәрелгән.
Кешеләр һөйләүенсә, йөк машинаһы водителе һыу эсергә булған һәм шешә алам тип һуҙылған саҡта ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан. “Калина” водителе быны күреп һулға китергә тырышҡан, тик өлгөрмәгән. Машиналар ҡаты ғына итеп бәрелешкән, бынан һуң йөк машинаһы артҡы тәгәрмәстәре менән салонды иҙгән. Кешеләргә бында иҫән ҡалыу өсөн шанстар бик әҙ булған шул.
Был саҡта еңел автомобилдә биш кеше ултырған: 25 йәшлек водитель, уның 22 йәшлек әхирәте, 26 йәшлек дуҫтары һәм уның ике үгәй ҡыҙы. Ҡыҙҙарға алты һәм 13 йәш булған. Кешеләрҙең бөтәһе лә ҡурҡыныс йәрәхәттәр алған. Авария урынында 26 йәшлек Иван, уның 13 йәшлек үгәй ҡыҙы һәм 22 йәшлек ҡатын һәләк булған. Водитель менән алты йәшлек бала реанимацияла.
– Уларҙың хәле бик ауыр, әлегә икенсе дауаханаға күсерерлек түгел. Табиптар аныҡ ҡына бер нимә лә әйтә алмай, әллә тере ҡалалар, әллә юҡ. Төндә ҡыҙ бала аңына килгән, ә водителдең хәле ныҡ насар, – тигән үлгәндәрҙең туған кешеһе.
Иван ҡыҙҙары менән Раевкаға өйөнә ҡайтып барған, унда уны ҡатыны көткән. Кисә, 1 июлдә уға 27 йәш тулырға тейеш булған. Тик ул тыуған көнөнә тиклем бер нисә сәғәт кенә етә алмай.
Шуныһы аяныслы, майҙа ғына Ивандың ғаиләһендә ошондай уҡ ҙур фажиғә булған, уның бер туған ҡустаһы аварияла үлгән. Йәш егет саҡ водитель таныҡлығы алған һәм машинаға идараны юғалтып юлдан осоп һәләк булған.
– Был фажиғәне кисереп тә бөтә алманыҡ һәм бына тағы яңы һынау. Быға ышанырлыҡ та түгел. Ғаилә шок хәлендә ерләүгә әҙерләнә, – тигән ғаиләнең яҡындары.
Юл – ҙур хәүеф сығанағы. Был турала һәр саҡ иҫтә тотоп, ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәп, имен генә йөрөргә яҙһын.