Хәйбулла хәбәрҙәре
+29 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
Яңылыҡтар
2 Июль 2021, 11:05
Әле ғаризалар ҡабул ителә
#нацпроекты
Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы аграр сәнәғәт комплексына ярҙам күрһәтеү берҙәм сервисын һынап ҡарай.
Башҡортостан Республикаһы – Рәсәйҙең ауыл хужалығы министрлығы тарафынан эшләнгән аграр сәнәғәт комплексына ярҙамды күрһәтеү берҙәм сервисын файҙаланыу тәжрибәһендә ҡатнашҡан пилот төбәктәр иҫәбендә.
Әле Башҡортостанда һөткә субсидиялар, шулай уҡ гектар буйынса субсидиялар биреү буйынса ғаризалар йыйыу бара. Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре ҡайһы бер хужалыҡтар менән бергә ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәрҙең һанлы профилен теркәү һәм тултырыу буйынса кәңәшмәне үткәргән дә инде.
Шуны билдәләргә кәрәк, аграр сәнәғәткә ярҙам күрһәтеү буйынса сервис үҙенсәлекле һәм донъяла уның аналогы юҡ. Ул шәхсән рәүештә ярҙам күрһәтеү сараһын һайларға ярҙам итә, ғариза документтар комплектын автоматик рәүештә формалашыу менән бергә бирелә. Бынан тыш, сервис ғаризаны биреү барышына контроллек итеү мөмкинлеген тәьмин итә, документтарҙы ҡарау статусын күрһәтә, онлайн форматта үткәрелә. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Аграр сәнәғәт комплексы үҫеше” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығы.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
Автор: Айһылыу Низамова
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/le-arizalar-abul-itel-846071/
Автор:
"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"