Яңылыҡтар
2 Июль 2021, 04:27

Фольклориадала ҡатнашыусылар Өфөгә килә башланы

-

Республиканың баш ҡалаһына VI Бөтә донъя фольклориадаһының тәүге делегациялары килде. Улар — Панама, Һиндостан, АҠШ, Мексика, Перу илдәренән ижади коллективтар.

Өфө аэропортында ҡунаҡтарҙы мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, ҡурайсылар ансамбле һәм милли кейемдәрҙә сәк-сәк менән «Һылыуҡай — Bashkirian Beauty» студияһы ҡыҙҙары ҡаршы алды.

«Беҙ Рәсәйгә, Башҡортостанға килеүебеҙгә бәхетлебеҙ, бында Гавай фольклорын күрһәтәбеҙ. Мин үҙемдең ғаилә ансамбле менән сығыш яһайым. Минең 22 балам бар, кеселәре өйҙә ҡалды, ә өлкәндәре минең менән Өфөгә килде. Беҙҙе йылы ҡаршы алдылар, бында изге күңелле кешеләр йәшәгәне күренеп тора», — тип һөйләй Фольклориада ҡатнашыусыларының береһе Джозеф.

Көн дауамында ҡунаҡтарға Башҡортостандың баш ҡалаһы буйлап экскурсия ойошторола.

Бөгөн Румыния, Палестина, Ҡырғыҙстан, Эстония, Коста-Рика, Бенин, Камерун, Австрия, Болгария, Индонезиянан ҡатнашыусылар менән тағы ике самолет килеүе көтөлә. 23.00 сәғәттә CIOFF президенты Филлип Боссан, ЮНЕСКО вәкиле Артур Антил һәм башҡа юғары ҡунаҡтар килә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, VI Бөтә донъя фольклориадаһы Башҡортостан Республикаһында 3 июлдән 10-ына тиклем уҙа.

Сараны асыу тантанаһы Өфөлә 3 июль «Өфө-Арена» боҙ һарайында була. Халыҡ-ара байрамдың төп сараларын Башҡортостан юлдаш телеканалында тура эфирҙа ҡарарға мөмкин буласаҡ.
Сығанаҡ:Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас