Яңылыҡтар
2 Июль 2021, 09:18

Филипп Боссан һәм Надежда Бабкина Өфөлә

-

Өфөгә Халыҡ-ара фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәре ойошмалары советы президенты Филипп Боссан һәм Бөтә донъя фольклориадаһы илсеһе Надежда Бабкина килде.

«Башҡортостан, Өфө, республика Хөкүмәте Фольклориадаға әҙерләнеүҙә ҙур ярҙам күрһәтте. Пандемия ваҡытында айырыуса ҡыйынға тура килде. Ләкин беҙ Өфөнө юҡҡа һайламаныҡ, бында ошондай ҙур саралар, конгрестар, фестивалдәр ойоштороуҙа бай тәжрибә бар. Фестиваль 40-ҡа яҡын илде бергә туплай, был ҙур проектты бергә атҡарып сығыуыбыҙға шатмын», - тине Филипп Боссан.

Рәсәйҙең халыҡ артисы Надежда Бабкина 3 июлдә «Өфө-Арена» боҙ һарайында Бөтә донъя фольклориадаһын асыу тантанаһында «Рус йыры» ансамбле менән бергә сығыш яһай.

Был көндә шулай уҡ Кубань казак хоры, «Гжель» академия бейеү театры, Асҡар Абдразаҡов, Тина Кузнецова һәм Башҡортостан Республикаһы ансамблдәре сығыштары ҡаралған.

Бөтә донъя фольклориадаһы дүрт йылға бер тапҡыр уҙғарыла. Рәсәйҙә фестиваль 3-10 июлдә уҙа, унда донъяның 37 иленән 1100-гә яҡын артист ҡатнаша. Фестиваль программаһы Өфөлә һәм Башҡортостан Республикаһының 22 муниципалитетында үтә.
Сығанаҡ: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас