Хәйбулла хәбәрҙәре
+23 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
Яңылыҡтар
2 Июль 2021, 18:05
Ете сәғәт буйы һыуытҡыста...
Малай һарай эргәһендәге иҫке “Мир” һыуытҡысы эсенә инеп йәшеренергә була...
Яңауыл районында теркәлгән фажиғәле хәлде Нефтекама район-ара тәфтиш бүлеге тикшерә, һигеҙ йәшлек баланы үлемгә килтереүсе сәбәптәр асыҡлана.
1 июлдә 18 сәғәт тирәһендә малай туғандары менән шәхси йорт эргәһендәге ихатала йәшенмәк уйнай. Ул һарай эргәһендәге иҫке “Мир” һыуытҡысы эсенә инеп йәшеренергә була.
Әммә был һыуытҡыс бер яҡлы бикләү ҡорамалы менән йыһазландырылған булғанға күрә, бала уның ишеген аса алмаған һәм тонсоҡҡан. Ведомствола әйтеүҙәренсә, ата-әсәһе улдарын бары 2 июлдә 01.20 сәғәттә эҙләп тапҡан. Ете сәғәт буйы һыуытҡыста...
Тәфтишселәр полиция хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ваҡиға урынында булып, һәләк булған баланың ата-әсәһенән һорау алған, ғаиләнең торлаҡ-йәшәү шарттарын тикшергән, суд-медицина тикшереүе тәғәйенләнгән. Фажиғәгә булышлыҡ иткән бөтә сәбәптәр һәм шарттар тикшерелә.
Һуңғы осорҙа балаларҙың төрлө көтөлмәгән хәлдәргә юлығып, һәләк булған осраҡтар йышайҙы. Ата-әсәләрҙән сабыйҙарын иғтибарҙан ситтә ҡалдырмауҙарын һорайбыҙ.
Фото:"Башинформ".
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Ete-s--t-buyi-iuit-ista-846900/
Автор:
«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"