Хәйбулла хәбәрҙәре
+1 °С
Ясно
ВКонтакте
Одноклассники
МАКС
Баш
Рус
Яңылыҡтар
2 Июля 2021, 11:08
Еңелсә тоҙланған ҡыярҙар
Ошо рецепт буйынса эшләһәгеҙ, ҡыяр икенсе көнгә әҙер ҙә була.
Добавить в предпочтительные источники Google
Кетерләп кенә торған ҡыяр тиҙ генә әҙер була.
Быйылғы йәй ғәҙәттәгенән иртәрәк килгәс, баҡсаларҙа йәшелсә-емеш тә оҙаҡ көттөрмәне, уңыштары менән һөйөндөрә башланы. Йәшелсәләрҙән иң иртә өлгөргәне ҡыяр. Бөгөн уны еңелсә тоҙлау рецебын тәҡдим итәбеҙ.
Бының өсөн беҙгә 1 килограмм ҡыяр; 1 литр һыу; йодланмаған 2 аш ҡалағы тоҙ; 1 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо; укроп, ҡарағат, сейә япрағы; ике-өс теш һарымһаҡ кәрәк буласаҡ. Иң тәүҙә тоҙ менән шәкәрҙе һыуҙа иретеп ҡуябыҙ. Табаҡ алып, төбөнә тәмләткес үләндәрҙе, һарымһаҡты, ике яҡ башы киҫелгән ҡыярҙарҙы һалабыҙ ҙа әҙерләгән тоҙло һыуҙы ҡоябыҙ. Кетерләп кенә торған ҡыярҙарыбыҙ икенсе көнгә әҙер ҙә була. Ә инде тиҙ тоҙланған йәшелсәне ашап бөткәс, тоҙлоғона яңыларын һалып ҡуйырға ла була.
Автор: Миләүшә Сайтакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/E-els-to-lan-an-iyar-ar-845967/
Автор:
"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас
telegram
вк
дзен
ок
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"