Бөгөн 17.00 сәғәттә Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының дежур часына Кушнаренко районы аша үткән М7 “Волга” юлының 1284 километрында юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында хәбәр итәләр.
Өфө яғына китеп барған "Skania" йөк машинаһының алғы тәгәрмәсе осоп сыға һәм ҡаршыға килгән “Лада Ларгус” автомобиленә ырғыта. Автомобиль әйләнеп китә һәм ҡаршы һыҙатта китеп барған “Нива” автомобиле менән бәрелешә. Шул арала “Ларгус” янып китә. Авария һөҙөмтәһендә “Лада”лағы биш пассажир һәм водитель ваҡиға урынында һәләк була. Ваҡиға шаһиттары фаразы буйынса, был автомобиль такси булған.
Әлеге мәлдә ваҡиға урынында Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре, Тәфтиш комитетының юл-транспорт ваҡиғаларын тикшереү буйынса махсус бүлек, криминалистик лаборатория хеҙмәткәрҙәре эшләй.
Һәләк булғандарҙың шәхесе асыҡлана.
Был авариянан һуң Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тиҙ арала ваҡиғаның барлыҡ шарттарын асыҡларға, йәрәхәтләнгәндәргә һәм һәләк булғандарҙың туғандарына кәрәкле медицина ярҙамы күрһәтергә ҡушты.
Тикшереүҙән һуң, енәйәт эше ҡуҙғатыласаҡ.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, эҫе һауа торошо арҡаһында һуңғы көндәрҙә авариялар һаны бермә-бер артҡан. Юлдарҙа һаҡ булырға саҡырабыҙ. Тиҙлекте арттырмай, ЮХХДИ ҡағиҙәләрен үтәгеҙ.
Фото: ЮХХДИ хеҙмәтенән алынды.