Яңылыҡтар
30 Июня 2021, 18:04

Водитель руль артында һушын юғалтҡан...

Һөҙөмтәлә ике оло кеше һәм 11йәшлек бала вафат.

Әллә көндәрҙең саманан тыш эҫе булыуы тәьҫиреме, бөгөнгө көндә республика юлдарындағы авариялар, кешеләр үлеме йәнде әрнетә. Өфө-Ырымбур трассаһында Стәрлетамаҡ районындағы авария буйынса Башҡортостан прокуратураһы тикшереү башланы. Унда Tyota RAV4 автомобиле юл ситендә туҡтаған “Скания” йөк машинаһына төкөй. Ике кеше һәм бер бала вафат булған.
Билдәле булыуынса, еңел мащина водителе сәләмәтлек торошон бәйле иҫен юғалта. Авария урынында күренеүенсә, машина көслө бәрелеүҙән тимер өйөмөнә әүерелә.
Аварияла тағы ла ике кеше зыян күргән, улар дауаханала.
Источник: ГИБДД по Республике Башкортостан
Фото: ГИБДД по Республике Башкортостан
Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас