Яңылыҡтар
30 Июня 2021, 16:37

Һуғарыу системаларына иғтибар арта

Киләһе йыл Баймаҡ районында 2,5 мең гектарҙан ашыу майҙанда һуғарыу системаһы төҙөү планлаштырыла. Мелиорация шулай уҡ Хәйбулла, Әбйәлил, Учалы райондарына ҡағыласаҡ.

“Быйыл иген культуралары уңышы көтөлгән биш миллион тонна урынына ике миллион тоннанан да артыҡ булмаҫ, тип уйлайбыҙ. Ил Президенты Владимир Путин тура бәйләнеш барышында билдәләгәнсә, ошондай хәүефкә идара итеү өсөн беҙгә мелиорация системаларын үҫтерергә кәрәк. Республикала 40 мең гектарға 175 һуғарыу системаһы бар, әммә инфраструктура 90 процентҡа иҫкергән. Был система 1970-1980 йылдарҙа төҙөлгән. Мәсьәләне хәл итеү юлы бар, 2022 йылдың 1 ғинуарынан дәүләт программаһы ғәмәлгә инә. Унда ауыл хужалығы етештереүселәре өсөн мелиорация системаларын ғәмәлгә индереүгә сығымдың яртыһын субсидиялау ҡарала.
Ошо федераль программала әүҙем ҡатнашырға ниәтләйбеҙ, һәм алдыбыҙға 2030 йылға Башҡортостанда һуғарылған ерҙәр майҙанын 100 мең гектарға еткереү бурысын ҡуябыҙ”, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе Ауыл хужалығы министрлығына программала ҡатнашыу өсөн аграрийҙарға документтар әҙерләүҙә һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә ҡушты.
“Киң мөмкинлектәр күҙалланған йәнә бер йүнәлеш – ул инвестициялар. Баймаҡ районында инвестор мелиорация системаһын проектлай. Ошо рәүешле ҡоролоҡҡа бәйле проблемаларҙың бер өлөшөн хәл итеүгә иҫәп тотабыҙ. Шул уҡ ваҡытта мелиорация системаларының эше биләмәләрҙә һыуға ҡытлыҡ тыуҙырмаҫҡа, халыҡҡа зыян итмәҫкә тейеш”, – тине Радий Хәбиров.
Мәғлүм булыуынса, әлегә тиклем Һарытау һәм Пенза өлкәләрендә эшләгән “Агродинамика” компаниялар төркөмө киләһе йыл Баймаҡ районында 2,5 мең гектарҙан ашыу майҙанда һуғарыу системаһы төҙөүҙе планлаштыра. Мелиорация шулай уҡ Әбйәлил, Учалы, Хәйбулла райондарына ҡағыласаҡ.
Фото: bashinform.ru
Сығанаҡ: bashinform.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/i-tisad/u-ariu-sistemalarina-i-tibar-arta-844576/
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас