Яңылыҡтар
30 Июня 2021, 15:33

Файҙалы ла, татлы ла битлектәр

Йәйгеһен бит-йөҙ матурлығы өсөн һәр төрлө еләк-емеш битлектәре яһап ҡалырға мөмкин. Мәҫәлән, ҡурай еләге тиреләге таптарҙы ағарта, арығанлыҡ һыҙаттарын юҡҡа сығара, ә ҡыҙыл ҡарағат...

Йәй – емеш-еләк миҙгеле. Был осорҙа беҙ уларҙы рәхәтләнеп ашап, витаминдар туплап, ҡышҡылыҡҡа әҙерләп ҡалырға тырышабыҙ. Тап ошо мәлдә бит-йөҙ матурлығы өсөн һәр төрлө еләк-емеш битлектәре яһап ҡалырға мөмкин.
Бындай битлектәр тирене дымландыра, уның торошон яҡшырта, майланыуҙан һаҡлай.
Битлек өсөн алынған емеш-еләкте бер төрлө масса итеп иҙергә һәм шунда уҡ ҡулланырға кәрәк. Һөҙөмтә яҡшыраҡ булһын тиһәгеҙ, даими, йәғни көн аша эшләгеҙ. Уларҙы биттә 15-20 минут тоторға, һылар алдынан мотлаҡ ҡул һыртына һөртөп, тәндең реакцияһын тикшерергә кәрәк.
Ниндәй емеш нисек тәьҫир итә?
  • Ҡурай еләге тиреләге таптарҙы ағарта, арығанлыҡ һыҙаттарын юҡҡа сығара.
  • Ҡыҙыл ҡарағат киңәйгән күҙәнәктәрҙе тарайта, сәберткән проблемалы тире өсөн файҙалы.
  • Ҡара көртмәле ҡартайыуға ҡаршы тора ала, ваҡ һәм ҡайһы бер тәрән һырҙарҙы ла тигеҙләй.
  • Крыжовник та шундайыраҡ һөҙөмтә бирер, тирене кибеүҙән һаҡлай.
  • Баҡса еләге таптарҙы бөтөрә. Витаминдарға һәм минералдарға бай бындай битлектән һуң һипкелдәр ҙә шиңеп ҡалыр.
  • Балан битлеге – һытҡыларға ҡаршы шәп сара.
  • Гөлйемеш бөтә төр тирегә лә бара. Ул бит тиреһен сафландыра, йәшәртә.
  • Виноград бит тиреһенең төҫөн, торошон яҡшырта.
  • Ҡыҙыл көртмәле йәшәртеү көсөнә эйә. Ул эренле яраларҙы бөтөрә, бит тиереһен майланыуҙан һаҡлай, яҡшы дымландыра.
  • Һырғанаҡ коллаген һәм эластин эшләп сығарыу процесын тиҙләтә, һырҙарға ҡаршы көрәшә.
  • Фото: 101hairtips.com
    Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
    https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Fay-ali-la-tatli-la-bitlekt-r-843331/
    Автор:«Башҡортостан» гәзите
    Читайте нас